ДОНЪЯ ЯҢЫЛЫҠТАРЫ - 11.07.2017 11.07.2017

Ике һәм унан да күберәк балалы ғаиләләр тәүге тапҡыр  кредитҡа автомобиль һатып алғанда 10 процент өҫтәмә ташламаға эйә буласаҡ. Ошо туралағы документҡа Рәсәй Хөкүмәте рәйесе Дмитрий Медведев ҡул ҡуйҙы. Льготалы ставка буйынса 60 мең самаһы еңел автомобиль һатыу ҡаралған.  Бының өсөн бюджеттан 4 млрд һумға яҡын аҡса бүленәсәк.  

Бөгөн Хабаровксиҙа 50 меңдән ашыу кеше утһыҙ ҡалған. Белгестәр электр энергияһындағы өҙлөклөктәргә йәшен сәбәпсе булған тигән аңлатма биргән. Ут һүнеүҙән күп кенә завод һәм предприятиелар эшмәкәрлектәрен туҡтатып торорға мәжбүр булған. Әлеге ваҡытта авария-тергеҙеү эштәре дауам итә.  

ХХХ
Ҡытайҙа көслө ташҡын ваҡытында биш ҡатлы йорт емерелгән. Хужаларҙың барыһы ла ғәҙәттән тыш хәл алдынан ғына урамға сығып өлгөргән. Сит ил агентлыҡтары хәбәр итеүенсә, ҡойма ямғырҙар һөҙөмтәһендә 80-дән ашыу кеше хәбәрһеҙ юғалған. Уларҙың күбеһе һыуға батып һәләк булған тигән мәғлүмәттәр бар. Илдә ҡоторған тәбиғәт ғәрәсәте 22-се июндә үк башланған. Ошо ваҡыт эсендә 53 меңдән ашыу торлаҡ йорт зыян күргән.

ХХХ
Американың Миссисипи штатында хәрби-транспорт самолетының фажиғәгә тарыуы һөҙөмтәһендә 16 кешенең ғүмере өҙөлгән. Ергә ҡолап төшөү менән һауа судноһында көслө янғын башланған. Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, самолеттың багажы хәрби припастар менән тулы булған. Шуға ла янғын һүндереүселәр байтаҡ ваҡыт авария урынына яҡынлаша  алмаған.  


ХХХ
Рәсәйҙең бобслей федерацияһы допинг ҡулланыуҙа ғәйепләнгән Надежда Палееваны ике йылға ярыштарҙа ҡатнашыуҙан мәхрүм итте. Яҡташыбыҙ 2015 йылда донъя чемпионатында бронза миҙал яулауы менән билдәлек яуланы. Бынан тыш, тағы ла бер бобслейсы Дмитрий Пискунов та ошо уҡ сәбәп менән дүрт йылға дисквалификация алған. Әммә ул бер ай самаһы элек спорт карьераһын тамамлауы тураһында иғлан итте.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика