ДОНЪЯ ЯҢЫЛЫҠТАРЫ - 10.01.2018

ДОНЪЯ ЯҢЫЛЫҠТАРЫ - 10.01.2018 10.01.2018

Юлдағы тәртипте видеокамералар ғына  тәьмин итә аласаҡмы? Рәсәй эске эштәр министрлығы дәүләт автоинспекцияһы структураһында эш урындарын 10 меңгә ҡыҫҡартыу теләген белдерҙе. Ведомствонан хәбәр ителеүенсә, үҙгәрештәр тәү сиратта юл-патруль хеҙмәтенә ҡағыла. Дәүләт теркәүе, транспорт сараһы менән идара итеүгә һынау уҙғарыу һәм водитель таныҡлыҡтары тапшырыу менән шөғөлләнеүсе белгестәр үҙ урынында ҡаласаҡ. Ҡыҫҡартыуҙарға дусар булған хеҙмәткәрҙәргә  эске эштәр министрлығы структураһында башҡа эш урынына күсеү  хоҡуғы ла бирелә, тип билдәләнә  мәғлүмәттә.  

Рәсәй резерв фондының һуңғы триллион һумы тотонолдо. Аҡсалар  ҡаҙналағы дефицитты ҡаплауға йүнәлтелде. 1 февралдән резерв фондының эшмәкәрлеге тулыһынса туҡтатыла. 2017 йылда раҫланған бюджет кодексы нигеҙендә ул илдең милли байлыҡ фондына ҡушыла.

ХХХ
Көслө яуын ғәрәсәткә юл асты. Американың  Калифорния штатында ҡойма ямғырҙар ер шыуыуына килтерҙе. Биналарҙың ишелеүе һөҙөмтәһендә 13 кешенең ғүмере өҙөлдө, хәбәрһеҙ юғалыусылар ҙа байтаҡ. Тәбиғәт ғәрәсәтенән бигерәк тә Лос-Анджелес һәм Санта Барбара округтары ҙур зыян күргән.

ХХХ
Ҡушма штаттарға  Ирандан  яуап. Тәһран  Вашингтондың  атом килешеүенән баш тартыуына ҡәтғи ризаһыҙлыҡ белдерҙе. Ислам республикаһының  атом энергетикаһы ойошмаһы етәксеһе урынбаҫары Бехруз Камальванди әфәнде, әгәр Америка бындай аҙымға барһа, Иран  уранды байытыуҙы тиҙләтәсәк кенә тип белдерҙе. Дональд Трамп Президент итеп һайланғандан алып Ҡушма штаттар Иран атом килешеүенән баш тартырға саҡыра һәм был илгә ҡарата санкциялар сәйәсәтен дауам итеүҙе күҙаллай.

ХХХ
Хәләле өсөн тамуҡҡа ла инергә әҙер. Ҡытайҙың Хефей ҡалаһында мәктәп уҡытыусыһы поездға һуңлаған ирен көтөүҙе талап итеп тотош бер поездың хәрәкәтен тотҡарлаған. Маҡсатына ирешеү өсөн уға пассажир транспортының ишектәренә тороп кондукторҙар һәм полиция менән тартҡылашырға тура килгән. Һөҙөмтәлә ирле-ҡатынлы поезға ултырған, тик  ҡатын ғауға күтәргәне өсөн эш урынынан бушатылған.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика