ДОНЪЯ ЯҢЫЛЫҠТАРЫ - 08.02.2017

ДОНЪЯ ЯҢЫЛЫҠТАРЫ - 08.02.2017 08.02.2017

Рәсәй Президенты бөгөн йәш ғалимдарға фән һәм инновациялар өлкәһендә дәүләт премияларын тапшырҙы. Залдағыларҙы ул Рәсәй фәне көнө менән тәбрикләп, илдең яҡты киләсәгенә ныҡлы ышаныс белдерҙе.

Рәсәйҙә дүрт йыл дауамында халыҡтың тәбиғи артыуы күҙәтелә. Был турала вице-премьер Ольга Голодец хәбәр итте. Дәүләт думаһындағы телмәрендә ул рәсми статистика мәғлүмәттәренә туҡталды һәм демография күрһәткестәре яйлап ҡына булһа ла ыңғай йүнәлеш алыуын билдәләне.

Румыния парламенты хөкүмәткә ышанмаусанлыҡ вотумын хупламаны. Илдә халыҡтың байтаҡ өлөшө ил етәкселеге үткәргән сәйәсәт менән риза түгел. Күптән түгел Бухарест урамдарында күләмле протест саралары үтте. Хөкүмәткә ышанмаусылыҡ белдереү маҡсатында парламенттың айырым фракциялары тәҡдим индерҙе. Әммә тауыш биреү һөҙөмтәһендә улар күпселекте яулай алманы. Министрҙар кабинетын отставкаға ебәреү өсөн 233 тауыш талап ителһә, документты ни бары 161 депутат хупланы.

Нигерия һыуҙарында Германияға ҡараған диңгеҙ  карабынан ете Рәсәй гражданы урланған. Судноға пираттар һөжүм итеүе билдәле. Әле команданың яҙмышы тураһында мәғлүмәт юҡ. Рәсәй консуллығы моряктарҙы эҙләүҙә ярҙам күрһәтеүҙе һорап Африка иле етәкселегенә рәсми мөрәжәғәт ебәргән.

Париж эргәһендә урынлашҡан электрон сәнәғәт ҡалдыҡтарын юҡ итеү заводында бөгөн шартлау яңғыраны. Франс-пресс агентлығы хәбәр итеүенсә, ғәҙәттән тыш хәл һөҙөмтәһендә 16 кеше йәрәхәтләнгән, һәләк булыусылар тураһында мәғлүмәт юҡ. Заводтан 43 кеше эвакуацияланған.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика