ДОНЪЯ ЯҢЫЛЫҠТАРЫ - 06.03.2017 06.03.2017

Владимир Путин тәүге ҡатын-ҡыҙ космонавт Валентина Терешкованы 80 йәшлек юбилейы менән тәбрикләне. Космосҡа сәфәрегеҙ мәленән башлап һеҙ төрлө өлкәлә ватаныбыҙ өсөн тоғро хеҙмәт иттегеҙ, йәштәргә яҡшы үрнәк булып тораһығыҙ тип билдәләне ил президенты Валентина Терешкова менән осрашыуҙа. Легендар шәхескә Владимир Путин «Волга өҫтөндә Аҡсарлаҡ» скульптураһын бүләк итте.

Торлаҡ һатып алыу өсөн «Әсәлек капиталы»н күсереү ваҡытын ҡыҫҡартыу тураһында Хөкүмәт күрһәтмәһе раҫланды. Документҡа премьер-министр Дмитрий Медведев ҡул ҡуйҙы.Ата-әсәләрҙең ғаризаһы ҡаралғандан һуң аҡса 10 көн эсендә күсергә тейеш. Ғинуарҙа  проект ғәмәлгә ашырылыуға ла 10 йыл тулды, был ваҡыт эсендә дәүләт ярҙамы менән 5 миллион ғаилә файҙаланып өлгөргән

ХХХ
Кубаның дәүләт советы һәм министрҙар кабинеты рәйесе Рауль Кастро Ҡушма Штаттар Президенты Дональд Трамптың миграция һәм сауҙа өлкәһендәге сәйәсәте тәнҡит утына тотто. Америка хакимиәтенең яңы программаһы  баҙарҙа конкурентлыҡ төшөнсәһен бөтөнләй юҡ итеү менән янай тип белдергән Азатлыҡ утрауы етәксе.

ХХХ
Япония менән Көньяҡ Корея ғәҙәттән тыш шарттарҙа  милли именлек советын ултырышын үткәрергә мәжбүр булды. Сәбәп Төньяҡ Кореяның яңы баллистик ракеталарҙы һынау үткәреүҙә. Рәсми Пхеньян был турала бөгөн иртән хәбәр итте. Яңы ракеталар Япон диңгеҙенә табан осоролдо.

ХХХ
Сербияла коррупцияға ҡаршы күләмле операция үтте. Рейд барышында илдең 20 ҡалаһында 47 кеше ҡулға алынды. Уларҙың барыһы ла бер енәйәтсел төркөмөдөң ағзаһы булыуы ихтимал. Ғәйепләнеүселәр Сербия ҡаҙнаһына 17 миллион ярым евролыҡ зыян килтереп өлгөргән.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика