ДОНЪЯ ЯҢЫЛЫҠТАРЫ - 02.12.2016 02.12.2016

Федераль именлек хеҙмәте 5 декабрҙән Рәсәйҙең финанс системаһына кибер һөжүм әҙерләнеүе тураһында белдергән. Оператив-тикшереү саралары барышында сервер ҡеүәттәрҙең    Голландияла урынлашыуы асыҡланған. Хакерҙарҙың Украиналағы хостинг компанияларҙың береһенә ҡарауы билдәле. Киң масштаблы һөжүм ваҡытында киберенәйәтселәр илдең кредит-финанс системаһын ҡуҙғатыусы смс-хәбәрҙәр ебәрергә йыйына. Рәсәйҙең Үҙәк банкы әлеге ваҡытта көс структуралары менән берлектә хакерҙарҙың һөжүмен кире ҡағыу алымдарын өйрәнә.  

Ҡытайҙа автобус ҡатнашлығында теркәлгән аварияла кәмендә 18 кешенең ғүмере өҙөлгән. Бөгөн иртән пассажирҙар ташыусы транспорт сараһы водителе ҡуйы томан ваҡытында идара итеү һәләтен юғалтып Хубэй провинцияһындағы күлдәрҙең береһенә ҡолай. Фажиғәлә ике кеше, шул иҫәптән руль артында ултырыусы иҫән ҡала. Полиция хеҙмәткәрҙәре уны ваҡиға урынында ҡулға алған.

ХХХ  
Ер шарында йәшәүсе халыҡ һаны 7,4 миллиардтан ашып киткән. Быйыл ғына был күрһәткес 80 миллионға, йәғни 1,1 процентҡа үҫкән. Берләшкән милләттәр ойошмаһы мәғлүмәттәре буйынса, тәүге ике урынды Ҡытай менән Һиндостан бүлешә. Был илдәрҙә донъялағы дөйөм халыҡтың өстән бер өлөшө йәшәй. Өсөнсөлә Америка Ҡушма Штаттары. Рәсәй иһә 143 миллион кеше менән туғыҙынсы баҫҡыста.

ХХХ
Рәсәй ауыл хужалығын күҙәтеү хеҙмәте етәксеһе Анна Попова алдағы ял көндәрендә тундарҙың арзан хаҡҡа күпләп һатыуға сығарыласағын белдергән. Сөнки йүнселдәргә 5 декабрҙән электрон паспорты булмаған өҫ кейемдәре менән сауҙа итеү тыйыла. Эшҡыуарҙар һатылмаған тамғаһыҙ тундарға хаҡты бер нисә тапҡыр төшөрөргә мәжбүр булған. Тәбиғи тундарҙы маркировкалау буйынса пилот проекты быйыл августа ҡабул иттелде.

ХХХ  
Виктор Гончаренко яҡын көндәрҙә «ЦСКА» клубына баш тренер итеп тәғәйенләсәк. Үҙ сығанаҡтарына таянып Рәсәй йыйылма командаһының элекке матбуғат хеҙмәте етәксеһе Илья Казаков шулай итеп белдергән. Киләһе аҙнала армеецтарҙың һуңғы йылдарҙағы алмаштырғыһыҙ тренеры Леонид Слуцкий отставкаға китәсәк. Уның урынына «Өфө» клубы баш тренеры  Виктор Гончаренко киләсәк тигән билдәле журналист.  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика