ДОНЪЯ ЯҢЫЛЫҠТАРЫ - 01.12.2016

ДОНЪЯ ЯҢЫЛЫҠТАРЫ - 01.12.2016 01.12.2016

Мәскәүҙә боҙ менән ҡапланған тирәк  кешеләр өҫтөнә ҡолаған. Ғәҙәттән тыш хәл һөҙөмтәһендә 20 йәшлек ҡыҙ һәләк булған, тағы ла бер кеше тән йәрәхәттәре алған. Ваҡиға «Щелковская» метро станцияһы янында теркәлгән. Ағастың ниндәй сәбәп менән ҡолауын әле белгестәр тикшерә. Шулай ҙа ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, фажиғәгә көслө ел сәбәпсе булыуы ихтимал. Бөгөн баш ҡалала уның тиҙлеге секундына 5-6 метрға еткән.

Чечен Республикаһында спиртлы эсемлектәр менән сауҙа иткән барлыҡ магазиндар ҙа ябылған. Урындағы парламент рәйесе Магомед Даудов белдереүенсә, эшҡыуарҙар алкоголь һатыуҙан үҙҙәре үк баш тартҡан. Бөгөнгә тиклем улар араҡы менән төбәктең 20 генә урында сауҙа иткән  булған. Йүнселдәрҙе эскелеккә ҡаршы көрәшеүгә «Кавказ» трассаһында теркәлгән юл-транспорт фажиғәһе этәргән. Водителдең эскән килеш руль артына ултырыуы һөҙөмтәһендә 7 кешенең ғүмере өҙөлгән.

ХХХ
Ҡырғыҙстан президенты Алмазбәк Атамбаев ил биләмәһендә урынлашҡан Рәсәй хәрби базаһының ябыласағын белдергән. Дәүләт башлығы илдең ҡораллы көстәре үҙ армияһына ғына таянырға тейеш тигән ҡарашта. Үҙәк Азия иле властары 2009 йылда Америка Ҡушма Штаттары авиабазаһынан да баш тартҡайны. Бер үк ваҡытта Алмазбәк Атамбаев Рәсәйҙе республиканың төп стратегик партнерҙарҙың береһе тип атаны.  

ХХХ
Бөгөндән Финляндияла барлыҡ автомобилдәр ҙә ҡышҡы тәгәрмәстәргә күсте. Бындай ҡағиҙә сит илдәрҙән, шул иҫәптән Рәсәйҙән килгән водителдәр өсөн дә мәжбүри һанала. Ил сигендә транспорт саралары етди контролгә алынған. Йәйге тәгәрмәстәрҙә йөрөүселәргә Суоми биләмәһенә инеү тыйыла. Ҡабул ителгән үҙгәреш киләһе йылдың 28 февраленә тиклем ғәмәлдә була.    

ХХХ
Норвегиянан Магнус Карлсен Рәсәй гроссмейстры Сергей Карякинды отоп шахмат буйынса донъя чемпионы титулын яҡланы. Симферополдә тыуған ватандашыбыҙ тай-брейктың өсөнсө-дүртенсе партияларында уңышһыҙлыҡҡа тарыны. Шулай итеп,  матч сит ил шахматсыһы файҙаһына 9:7 иҫәбенә тамамланды.  

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика