ДОНЪЯ ЯҢЫЛЫҠТАРЫ - 01.11.2016 01.11.2016

Бөгөн Сочи ҡалаһы янында экскурсияға алып йөрөүсе «Робинсон» вертолеты шәхси йорттар өҫтөнә ҡолаған. Фажиғәлә бер кеше һәләк булған, тағы ла 6 пассажир төрлө дәрәжәләге тән йәрәхәттәре алған.  Ғәҙәттән тыш хәлдең сәбәбен белгестәр техник етешһеҙлектәргә бәйләй. Шулай уҡ тәжрибәле пилоттың тупаҫ  хаталаныуы ла инҡар ителмәй. Осраҡ буйынса тикшереү башланған.

Ҡытайҙың Чжухай ҡалаһында үткән авиасалонда хужалар тәүге тапҡыр бишенсе быуын яңы J-20 истребителен тәҡдим иткән. Был самолетты күптәр Американың F-22 Raptor һәм F-35 истребителенә  Ҡытай яуабы тип ҡабул итә. Азия иле һауа судноһының күп кенә техник характеристикалары башҡаларҙан сер итеп һаҡлана. Шулай ҙа ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, караптарға ҡаршы ракеталар менән йыһазландырылған J-20 Тымыҡ океан акваторияһын һаҡлау өсөн тәғәйенләнгән.  

ХХХ
Ун айға һуҙылған сикләүҙәрҙән һуң Төркиә Рәсәйгә цитрус емештәр оҙата башлаған. Мандариндарҙың тәүге партияһы супермаркет кәштәләрендә урын алған да инде. Сит ил етештереүселәре ватандаштарыбыҙҙы киләһе йылдың мартына тиклем 600 тоннанан ашыу продукция менән тәьмин итергә ниәтләй. Статистик мәғлүмәттәрҙән күренеүенсә, төрөктәр йыл һайын 4 миллион тоннаға яҡын цитрус емештәр үҫтерә. Продукцияның 42 проценты экспортҡа, йәғни донъяның 93 иленә оҙатыла.    
  
ХХХ
Зимбабвела бер төркөм һунарсылар батҡаҡҡа батҡан фил балаһын ҡотҡарған. Улар арҡан ярҙамында томшоҡло хайуанды ҡоро ергә һөйрәп сығарған. Әммә асыуы ҡабарған фил яуап итеп үҙенең ҡотҡарыусыларына ташланған. Күңелһеҙ хәл ваҡытында ҡазаға тарыусы ике яҡ та зыян күрмәгән.

ХХХ
Риола үткән йәйге олимпия уйындарынан силтәштерелгән Рәсәй еңел атлеттарына аҡсалата компенсация түләнәсәк. Спорт федерацияһынан хәбәр итеүҙәренсә, 40 миллион һумға яҡын сумма   дүрт тиҫтәнән ашыу атлет араһында бүленәсәк. Атап үткәндә, Елена Иҫәнбаева, Сергей Шубенков һәм Мария Кучина дүртешәр миллион һум аласаҡ. Рәсәйҙең быйылғы олимпия уйындары чемпиондарына ла яҡынса шунса уҡ күләмдә матди ярҙам күрһәтелде.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика