ДОНЪЯ ҺӘМ РӘСӘЙ ЯҢЫЛЫҠТАРЫ

ДОНЪЯ ҺӘМ РӘСӘЙ ЯҢЫЛЫҠТАРЫ 02.02.2016

Грипп һәм киҫкен респиратор ауырыуҙар киҫкенләшеү сәбәпле, Рәсәйҙә 9 меңгә яҡын мәктәп һәм 1600-ҙән ашыу балалар баҡсаһы карантинға ябылған

Был турала илдең баш санитар табибы Анна Попова белдергән. Уның әйтеүенсә, яҡын көндәрҙә ауырыу йоҡтороусылар һаны кәмей башлауы мөмкин. Бөгөнгә грипп һәм киҫкен респиратор ауырыуҙар 74 төбәктә эпидемия сиген уҙып киткән.  2009 йылда «сусҡа киҙеүе» яңы ғына барлыҡҡа килгән ваҡытта, был сир белгестәрҙә ҡурҡыу тыуҙырған. Әммә табиптар хәҙер гриппың миҙгелдәге бер төрө менән көрәшергә өйрәнде, тип билдәләгән  Анна Попова.

ХХХ
Ҡытайҙа 100 меңгә яҡын пассажир поездарҙың тотҡарланыуы һөҙөмтәһендә тимер юлы вокзалында төн үткәрергә мәжбүр булған. Был илдең төньяғында һауа торошоноң ҡатмарлашыуы менән аңлатыла. Ғәҙәттән тыш хәлгә ҡытайса яңы йылдың яҡынлашып килеүе лә кире йоғонто яһаған. Сөнки азия иле халҡы быйылғы байрамды 7 февралдән билдәләй.  Был тимер юлы хеҙмәттәре менән файҙаланыусыларҙың  артыуына килтерә.

ХХХ
«Пежо Ситроен Рус» йәмғиәте үҙ ирке менән Рәсәйҙә һатылған ике мең ярымға яҡын автомобилгә бушлай ремонт үткәрәсәк. Был исемлеккә  2009 йылдың ғинуарынан алып 2010 йылдың сентябренә тиклем һатылған  «Peugeot» 4007 автомобилдәре инә. Транспорт сараларын ремонтҡа саҡыртыуҙың сәбәбен белгестәр электр ҡоролмаларындағы етешһеҙлектәр менән аңлата. Бының өсөн VIN-кодтары тап килгән автомобиль хужалары алдан иҫкәртеү аласаҡ.  

ХХХ
Рәсәйҙә тыуған ярты миллион самаһы немец Германиянан беҙҙең илгә күсеп килергә теләк белдергән. Мәғлүм булыуынса, Европала әлеге ваҡытта ҡасаҡтар ағымы менән бәйле, шул иҫәптән  криминоген хәл  киҫкен тора.  Шуға ла ҡайһы бер граждандар башҡа дәүләттәргә күсеп китергә йыйына. Телде һәм милли йолаларҙы белгәнгә күрә, Рәсәй немецтары артабанғы яҙмышын беҙҙең ил менән бәйләргә ниәтләй.  

ХХХ
Бразилия хакимиәте бала көтөүсе ҡатын-ҡыҙҙарға Рио-де-Жанейро ҡалаһында уҙасаҡ йәйге олимпия уйындарына бармаҫҡа кәңәш итә. Зика сиренең таралыуына бәйле тәҡдим менән ил президентының граждандар канцелярияһы башлығы Жакис Вагнер сығыш яһаған. «Ауырлы ҡатын-ҡыҙҙарға етди ҡурҡыныс янай», - тигән ул. Ә ҡалғандар өсөн Зика биҙгәген йоҡтороу ихтималлығы ҙур түгел.  Шул уҡ ваҡытта августа үтәсәк уйындарҙы башҡа илгә күсереү тураһында һүҙ алып барылмай.  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку