Дини мөнәсәбәткә - ныҡлы иғтибар

Дини мөнәсәбәткә - ныҡлы иғтибар 25.06.2015

Салауат районының Малаяҙ ауылында  экстремизмға ҡаршы профилактик кәңәшмә үтте. Бындай осрашыу республикала тәүге тапҡыр ғына ойошторолмай.

Мосолмандарҙың һәр иртәһе доға ҡылыуҙан башлана. Ислам тәғлимәте нескәлектәренә төшөнөү бигерәк тә изге Рамаҙан айында юғары. Әммә Салауат районы үҙәгенә республиканың тиҫтәләп төбәгенән килгән руханиҙарҙы башҡа мәсьәлә бергә йыйҙы.
Дини экстремизмға ҡаршы пролактик кәңәшмәлә мосолмандарҙан тыш, христиан диндандары ла ҡатнашты. Руханиҙар Салауат районында дәүләт һәм үҙидара органдары ҡатнашлығында  осрашты. Кәңәшмәлә дини мәсьәләргә бәйле һорауҙар күтәрелде, тәҡдимдәр  яңғыраны.
Дингә сит илдәрҙән ялған тәғлимәт үтеп инергә тырыша. Уның маҡсаты - илдәге тыныслыҡты, берҙәмлекте боҙоу, йәштәрҙе экстремизм эшмәкәрлегенә йәлеп итеү. Сығыш яһаусылар бындай күренештәргә ҡаршы тороу, илде  экстремизмдан таҙартыу мәсьәләләре мөһим булыуын билдәләне. Йәштәрҙе тыйылған дини ағымдарға эйәреп китеүҙән мәғлүмәтле һәм экстремизға ҡарата кире мөнәсәбәт кенә ҡотҡара, тиелде кәңәшмәлә.
Ултырышта урындағы үҙидара органдарының дини ойошмалар, йәмғиәт институттары менән үҙ-ара килешеп эшләүе, ғибәҙәт йорттарын теркәү һәм башҡа һорауҙар ҡаралды. Төп иғтибар республикала дини белем биреү, хәүефле аҙымдарға ҡаршы тороу, социаль проекттар булдырыу мәсьәләләренә йүнәлтелде.
Амвросий Нефтекамский  епископ: «Ҡыҙғанысҡа, православ динендә лә бар ундай йүнәлештәр. Һәр кем үҙендә Алланы үҙенсә күҙ алдына килтереп, халыҡҡа үҙенсә аңлатырға тырыша. Ғөмүмән, беҙҙең диндә кешелек алтын урталыҡта ҡалырға тырыша. Сөнки уңда ла, һулда ла хәүефле. Тап шул ситтәгеләр халыҡты насар юлға этәрә лә инде».
Әйткәндәй, быйыл республика прокурорҙары тарафынан федераль хәүефһеҙлек законын боҙоуҙың ике меңдән ашыу осрағы теркәгән. Уларҙың 350-е административ һәм дисциплинар яуаплылыҡҡа тарттырылған. Кәңәшмәлә Украиналағы национализм, «Ислам дәүләте» террористик ойошма төҙөү ниндәй һөҙөмтәләргә килтергәнлеге билдәләнде. «Хизб ут-Тахрир» ойошмаһына эләгеүселәргә мәҫәлән, ун йылғаса иркенән мәхрүм ителеү янай. Ә инде Йәһәвә шаһиттарының тормошо нимә менән тамамланыуы һәр кемгә мәғлүм.
Вячеслав Пятков, Башҡортостан башлығы ҡарамағындағы дәүләт һәм конфессия-ара мөнәсәбәттәр буйынса совет рәйесе: «Беҙ кәңәшмәлә урындағы үҙидара органдарын, мәктәп директорҙарын, төрлө йәмәғәт ағзаларын саҡырҙыҡ. Ислам һәм православ диненә үтеп ингән радикалдарҙы айыра белеү, йәштәрҙе насар юлдарҙан аралауҙы күҙ уңында тоттоҡ. Ул артабан Бөрйәндә үтәсәк».
Ғөмүмән, һәр халыҡ үҙ динен үҫтерә, унда ниндәйҙер таяныс, яҡлау таба ала икән, уның башҡа милләттәр менән дә тыныс, татыу йәшәүенә һуҡмаҡ һалына. Бер әхлаҡи ҡанун да яманлыҡҡа, яуызлыҡҡа өйрәтмәй. Исламды үҫтереүгә олатай-өләсәй, мәктәп-мәҙрәсәнән башлап власть органдарында эшләүселәргә тиклем һәр кем үҙ өлөшөн индерһә, изге башланғыс киң ҡолас алыр, тигән ҙур ышаныс бар, тиелде ултырышта.
Азат Ғәлиуллин

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку