Дельфиндар бейей, трюктар эшләй, хатта һүрәт төшөрә

Дельфиндар бейей,  трюктар эшләй, хатта һүрәт төшөрә 28.05.2015

Бөгөн Өфө дельфинарийында Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөнә арналған үҙенсәлекле тамаша уҙҙы. «Берҙәм Рәсәй» партияһы «Көслө ғаилә» һәм «Рәсәй өсөн һәр бала ҡәҙерле» проекттары сиктәрендә уны  республика балалар йорто тәрбиәләнеүселәре бушлай ҡараны.  

Быға тиклем бындай тамашаның Өфөлә булғаны юҡ ине. Күптән түгел генә асылған Дельфинарий халыҡ менән шығырым тулы. Кемдер билет һатып алып ингән, ә балалар йорттарында тәрбиәләнеүсе  йөҙҙән ашыу сабый  өсөн тамаша бушлай күрһәтелә.  
Дельфиндар  трюктар күрһәтә, шар әйләндерә, хатта һүрәт төшөрә. Ә иң ҡыҙығы - улар төшөргән һүрәтте һатыу өсөн аукцион ойошторолдо. Уны 850 һумға Нуриәхмәтовтар ғаиләһе һатып алды. Дельфин уларҙы  кәмәлә йөрөттө.
Ирина Нуриәхмәтова, тамашасы: «Был - беҙҙең коллекцияла дельфиндар төшөргән өсөнсө һүрәт. Тегеләрен Сочиҙа, Адлерҙа алғайныҡ.  Һәр балам тыуған һайын һатып алам. Бына был - йөрәк,  шыршы,  ҡояш һәм тулҡындар».
Дельфиндар шул тиклем оҫта.  Шулай ҙа, программа ваҡытында  яңылышып та китәләр икән. Әммә тамашасы уны һиҙмәй. Тренер тиҙ генә һыҙғыртҡыс аша сигнал бирә һала.
Антон Дунаев, диңгеҙ йәнлектәре тренеры: «Улар һәр ваҡыт яңы нәмә өйрәнергә ярата. Режим буйынса көнөнә биш тапҡыр туҡланалар. Былай ғына килеп балыҡ ырғытһаң  үпкәләүҙәре лә ихтимал. Ашарҙан алда трюктар эшләргә күнеккәндәр».
Дельфиндарҙың кешеләр менән дуҫлығы борондан  билдәле. Улар  диңгеҙҙә батып барыусыларҙы ҡотҡарыуы тураһында легендалар ҙа бар..Башҡа һыу йәнлектәре менән сағыштырғанда,  һәр ваҡыт кешеләргә тартылалар.Шуғалыр ҙа  улар ҡатнашлығында тамаша  юғары кимәлдә килеп сыға.
Баш ҡала халҡы һәм ҡунаҡтары  дельфиндар менән  үҙенсәлекле тамашаларҙы  көҙгө һыуыҡтар төшкәнсе ҡарай ала.  
Рәмилә Исмәғилева

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика