Декрет ялында яңы шөғөл

Декрет ялында яңы шөғөл 03.09.2016

Өфөлә йәшәүсе Юлия Колесникова үҙенә һәм ҡыҙы Софьяға ҡупшы күлдәктәр тегә. Яңы шөғөлөнә тәүге аҙымды күптән түгел генә яһаһа ла, ярайһы уңыштары ла бар. Оҫта ханым туй тантаналарына һәм ҡунаҡтарға үҙенең фантазияһы менән тегелгән күлдәктәрҙә бара.

Улар көн һайын тиерлек әсәле-ҡыҙлы көҙгө тирәләй өйөрөлә. Юлиә тиктормаҫ һәм шуҡ ҡыҙында кесе йәштән үк зауыҡ тәрбиәләргә тырыша. Әммә бер типтағы кейем-һалым, бер-береһенә һыу тамсыһылай оҡшаш моделдәрҙе өнәмәй. Һәр күлдәкте  фантазияһын һәм күңелен һалып тегә. Әсә менән ҡыҙҙың гардеробы күлдәктәрҙең төрлө моделдәре менән тулы. Улар бөтәһе лә заманса һәм килешле.
Үҙ ғүмерендә һүрәт төшөрөп һәм энә менән еп тотоп ҡарамаған Юлиә ҡасан да булһа машинка һатып алып тегенә башлармын тип  башына ла индермәй. Декрет ялына тиклем ул менеджмент, алып һатыу фирмаһында  етәксе вазифаһында эшләй. Бәләкәй ҡыҙҙары  донъяға килгәс, буш ваҡыты ла күбәйә. Тегенгәндә ҡыҙы Софья ла әсәһенә ҙур ярҙамсы. Бала баҡҡанда ваҡытты дөрөҫ һәм файҙалы шөғөлдәргә бүлһәң, бөтә нәмәгә лә өлгөрөргә мөмкин ,ти Юлиә.
Юлиә Колесникованың үҙе һәм ҡыҙы өсөн башлаған шөғөлө ғаилә бюджетына ла бәрәкәт килтерә. Матур тантаналарҙа башҡаларҙан ҡупшы  кейемдәре менән айрылып тороусы  ҡыҙы менән икеһенә лә
һоҡланыу һәм маҡтау һүҙҙәре яуҙыралар. Ул ғына ла түгел, яҡындары менән туғандары ла Юлиә Колесникова теккән күлдәктәргә өҫтөнлөк бирә.
«Тән зиннәте кейем, аҡыл зиннәте – белем» тигәнгә таянып эш итеүсе Юлиә Колесникова  интернет селтәрендә лә үҙ кеше. Заказдар күп, тегеп өлгөр генә. Уның күңел биреп теккән күлдәктәрендә ҡатын-ҡыҙҙар үҙҙәрен ҡабатланмаҫ һәм  уңайлы итеп тоя. Декрет ялында файҙалы шөғөл менән ғаиләһенең матди хәлен яҡшыртыусы йәш әсәгә афарин тейергә генә ҡала.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика