Данлыҡлы бейеүсе генә түгел, ҡарҙан оҫта итеп  төрлө һындар яһаусы ла 30.12.2016

Алты йыл элек Башҡортостандың халыҡ артисы Риф Ғәбитов ғаиләһе менән Өфө районының  Жилин ауылына йәшәргә күсә. Бар ерҙә тәртип, таҙалыҡ яратҡан балетмейстер ауыл тормошона тиҙ күнегә. Йәйгеһен ағас эше менән булышһа, ҡышҡыһын ихата алдында  ҡар көрәй, боҙ ҡаласығы  төҙөй.

Риф Ғәбитовты барыһы ла билдәле бейеүсе, балетмейстер булараҡ белә. Үксәләрендә генә түгел, ҡулдарында да осҡон уйнай уның. Ихата алды һәр саҡ бөхтә. Ҡыш ул йорт янында ҡарҙан төрлө һындар әүәләй. Был бәләкәй һырғалаҡты биҙәү үҙе бер оҫталыҡ һәм түҙемлек талап итә. Өфөгә боҙ ҡаласығына йөрөйһө түгел, яҡын-тирәлә йәшәүсе кескәйҙәр ошонда кинәнеп ял итә ала. Жилин ауылы халҡы Риф Ғәбитовтың алтын ҡуллы булыуына күптән инанған. Башҡортостандың халыҡ артисына ҡунаҡҡа килеүселәрҙең барыһын да йорт алдында әтәс ҡаршылай.
Риф Ғәбитовтың Жилин ауылында йәшәүенә алты йыл ғына. Ошо ваҡыт эсендә ул Көнсығыш календарына ярашлы, ҡарҙан аждаһа, йылан, йылҡы, кәзә, маймыл әүәләп ҡараған. Тәүге эштәренең береһе - Мысыр пирамидалары була. Шулай ҙа ижадсының иң яратып башҡарғаны - ғәрәп арғымағы. Яҙға табан уның артынан күҙәтеү үтә лә ҡыҙыҡ була - ғорур баҫып торған һын ҡояш нурҙары аҫтында ирей башлай.
Риф Ғәбитов ҡулынан көрәк-бысҡыһын ғына түгел, балтаһын да төшөрмәй. Йәйгеһен ул ағас эше менән булыша. Әкиәт өйөнә оҡшаған мунса күтәргән, уны эске, тышҡы яҡтан үҙе биҙәгән. Иң мөһиме, балаларҙың күңелен күрә белә ул. Кескәйҙәргә ҡарҙан уйын майҙансығы төҙөп кенә ҡыуандырмай, физик яҡтан да сыныҡтыра.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика