Дөйөм ятаҡтағы бәләкәй генә бүлмә өсөн  юғары коммуналь иҫәптән түләргәме әллә ошо бинаны һатып алып  өҫтәмә бурысҡа батырғамы? 16.05.2015

Нефтекама ҡалаһында  ятаҡта көн итеүселәргә торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өсөн түләүҙәрҙең яңы пункттары тынғылыҡ бирмәй. Уларҙың һәр береһе мал аҫырай  һәм йәшелсә баҡсаһына  тәүлек әйләнәһенә һыу һибә икән.

Көс-хәл менән 4 кенә кеше һыя алырлыҡ бүлмә өсөн айына 5 мең һум. Ленин урамының был дөйөм ятағында йәшәүселәрҙең ризаһыҙлығының сиге юҡ. Халыҡ коммуналь хеҙмәтттәрҙең саманан тыш юғары булыуына аптырай. Кристина Андуганованың ғаиләһе торған бүлмә майҙаны 18 квадрат метр. Ошо бүлмә өсөн апрель айында 4 мең 753 һумға квитанция килгән.
Кристина Андуганова, дөйөм ятаҡта йәшәүсе: «Барып тикшерткәндән һуң, беҙгә яуап түбәндәгесә яңғыраны: Элек беҙҙең ванна булмаған, хәҙер ҡойоноу бүлмәһе бар. Иң ҡыҙығы, минең иҫәп буйынса беҙ дүртәүләшеп көнөнә мең литрҙан ашыу һыу тотонабыҙ икән.  Ысынында егерме кеше бер душ менән  ҡулланабыҙ. Бәҙрәф икәү генә».
Был йәһәттән торлаҡ-коммуналь хужалыҡ вәкилдәре  үҙ фаразын дәлилләй. Йәнәһе лә, ҡала ҡарамағындағы бәләкәй ғаиләләр өсөн тәғәйенләнгән 19 дөйөм ятаҡта  һыу ҡулланыу хаҡтары быға тиклем  бик түбән булған.
Эльвира Новикова, яуаплылығы сикләнгән коммуналь хужалыҡ идаралығының абонент бүлеге етәксеһе: «Был дөйөм ятаҡтар буйынса хаҡтар ошоға тиклем бик түбән булды. Дөйөм йорт иҫәбенән ҡуйылған приборҙар күрһәтеүенсә һыу был ятаҡта ике тапҡырға күберәк ҡулланыла».
Яңы нормативты ентекле өйрәнгән кешеләр, ҡала шарттарында йәшәүселәрҙең баҡса өсөн тотонған, малға аҙыҡ әҙерләгән һыуы алтынға бәрәбәр булып сығыуын һыҙыҡ өҫтөнә ала. Улар һыуға хаҡтарҙың юғары булыуы менән килешмәй, үҙҙәренең дөрөҫлөгөн дә иҫбат итә алмай. Уның өсөн һәр бүлмәлә тотонолған һыуҙы иҫәпләүсе  яңы ҡоролма урынлаштырырға кәрәк буласаҡ. Техник күҙлектән сығып ҡарағанда бер секцияла бер нисә ғаилә торған дөйөм ятаҡта быны тормошҡа ашырыу мөмкин дә түгел, тиҙәр белгестәр. Бүлмәләрҙе һатып алып, шәхси иҫәп индереү күптәрҙең хыялы. Әлегә дөйөм ятаҡта йәшәүселәр өсөн был мәсьәлә асыҡ ҡала.
Гүзәл Борханова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика