Дәүләт Думаһы депутаты Зөһрә Рәхмәтуллина Башҡортостан халыҡтары ассамблеяһы советы рәйесе итеп һайланды

Дәүләт Думаһы депутаты Зөһрә Рәхмәтуллина Башҡортостан халыҡтары ассамблеяһы советы рәйесе итеп һайланды  29.04.2015

Бындай ҡарар  Өфөлә үткән Башҡортостан халыҡтары ассамблеяһының өсөнсө съезында ҡабул ителде.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе Румил Аҙнабаев, Башҡортостан рустары соборы башҡарма комитеты рәйесе  Виктор Пчелинцев, Башҡортостан   татарҙарының төбәк милли-мәҙәни автономияһы советы рәйесе Римма Үтәшева ойошма рәйесенең урынбаҫарҙары итеп һайланды. «Башҡортостан  халыҡтары ассамблеяһы» төбәк йәмәғәт ойошмаһы советы президиумы составына Сыуаш милли-мәҙәни автономияһы советы рәйесе Виталий Васильев фин-уғыр халыҡтары ассамблеяһы советы рәйесе Юлия Герасимова, «Халыҡтар дуҫлығы» йорто директоры Азат Ибраһимов инде. Съезда ҡатнашыусыларҙың бер тауыштан ҡабул ителгән ҡарары менән 34 кешенән торған ассамблея составы раҫланды.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку