Дәүләкән ҡалаһында йәшәүсе Бөйөк Ватан һуғышы ветеранынының тол ҡатынына   яҡындары  торлаҡ сертификатын суд аша  юлларға мәжбүр 11.08.2015

Мәүсилә Фәтхетдинованың  тормош иптәше һуғыштан инвалид булып ҡайтып күп тә тормай донъя ҡуя, балалары юҡ. Ветеран ҡатынының  проблемаһын  туғандары хәл итергә тырышып ҡарай,  әммә һөҙөмтәһеҙ.    

Мәүсилә Шаһап ҡыҙы  йәй көнө лә йылытҡыс менән файҙалана. 1961-cе йылда һалынған  йорт иҫкергән.  
Туҡһан бер йәшлек инәй бер үҙе йәшәй.Ҡыш көнө йорт йылынмай, ул туғандарына барып йәшәргә мәжбүр.
Мәүсилә Шаһап ҡыҙы уҡытыусы булып эшләгән. Һуғыш ваҡытында һәм унан һуңғы йылдарҙа илде аяҡҡа баҫтырыуҙа ҡатнашҡан.Тормош иптәше һуғыштан өсөнсө төркөм инвалиды булып ҡайтып күп тә үтмәй вафат була.  Балалары булмай. Унынсы тиҫтәһен ҡыуған Мәүсилә Шаһап ҡыҙының  хыялы бар. Ҡартайған көнөндә бөтә уңайлыҡтары булған фатирҙа йәшәү. Ул Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусының   тол ҡатыны булараҡ дәүләттән торлаҡ  сертификатына  дәғүә итә ала. Программа буйынса ла тура килә- ул   ире баҡыйлыҡҡа күскәс икенсе тапҡыр кейәүгә сыҡмаған. Әммә  туғандарына  фатирҙы суд аша юлларға тура килә.    
Йортто фатир юллар алдынан махсус комиссия килеп авария хәлендә тип тапһа, бәлки  өс йыл буйы суд юлын тапарға тура килмәҫ тә ине. Ниңәлер йортто  улар былтыр һатырға ҡарар иткән.  Әле  Мәүсилә Фәтхетдинованың  исемендә бер ниндәй ҙә күсемһеҙ мөлкәт юҡ, әммә ул торлаҡ сертификатына ла дәғүә итә алмай.
Алина Ғайсина, юрист: «Мәүсилә Фәтхетдинова торлаҡ шарттарын яҡшыртыу өсөн уҙған йылдың мартында иҫәпкә торған,июндә ул йортон һатҡан.Торлаҡ кодексының 53 -сө статьяһы буйынса ул аңлы рәүештә йәшәү   шарттарын насарайтҡан булып сыға».
Һөҙөмтәлә был кодексҡа ярашлы ветеран фатирға дәғүә итеү өсөн иҫәпкә биш йылдан һуң ғына тора ала. Шулай ҙа суд  Фәтхетдинованың  торлаҡ шарттарын яҡшыртыу өсөн  иҫәпкә ҡуйырға тигән ҡарар сығарған. Дәүләкән ҡала хакимиәте Юғары судҡа апелляцияға биргән. Әле яҡтар уның һөҙөмтәһен көтә.  
Белгестәр фекеренсә, ветеран туғанына фатир юллаусылар бер сиктән икенсеһенә бәрелеп ошондай ҡатмарлыҡтар тыуҙыра.  Дүртөйлө ҡалаһында йәшәүсе Нурия Хөсәйенова ла тап ошондай хәлдә ҡалған. Уның  торор урыны юҡ. Ҡыҙы йортто әсәһенең исеменән үҙенекенә күсергән. Улар ҙа торлаҡ сертификаты  юллап  адвокаттар яллай,әммә урындағы власть органдары законға ҡаршы бара алмай.
Лариса Иванова, Бәләбәй, Дәүләкән ҡалалары һәм райондары буйынса халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеү үҙәге белгесе: «Быйыл Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы ике ветеранға һәм  һуғышта ҡатнашҡандарҙың тол ҡатындарына һигеҙ   торлаҡ сертификаты тапшырылды. Тағы икәү көтә. Был йәһәттә  проблема килеп сыҡһа программаның ҡағиҙәләренә ярашлы ярҙам итергә тырышабыҙ».
Беҙҙең ирекле тормошобоҙ, аяҙ күк өсөн  бил бөккән өлкәндәргә тейешле иғтибар күрһәтергә бурыслыбыҙ. Олоғайған көнөндә улар лайыҡлы йәшргә тейеш. Ветерандарҙың, уларҙың тол ҡатындарының  туғандары торлаҡ сертификаты юллар алдынан закондарҙы, сертификатты биреү  ҡағиҙәләрен   яҡшылап өйрәнеү ҡамасауламаҫ. Күпте күргән өлкәндәргә былай ҙа бер нәмә лә еңел генә бирелмәгән.
Рәмилә Исмәғилева

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика