Дәүләкән ҡалаһында шәхси йорттарҙа йәшәүсе ут күршеләр араһында йылдан ашыу ер өсөн низағ бара

Дәүләкән ҡалаһында шәхси йорттарҙа йәшәүсе ут күршеләр араһында йылдан ашыу  ер өсөн низағ бара 22.01.2016

Этәтелгән ер өҫтөндә йәшәүсе Таһира Ғәббәсова ут күршеһенең кәртә менән бүленгән  сиктән ер ҡаҙыу эштәрен алып барыуы -  йәнәшәһендә торған бер ҡатлы йортта йәшәүселәр  өсөн дә хәүефле тип борсола.  

Был ерҙәрҙә төҙөлөш өсөн ер үткән быуаттың туҡһанынсы йылдарында бишәр сутыйҙан бүленгән. Һуңынан һәр хужа хәрбиҙәрҙең өлөшөнән тағы ла бишәр сутый өҫтәмә ер алыуға ирешкән. Күрше йортҡа яңы хужалар күсеп килеү менән мөмкинлеге сикләнгән бала тәрбиәләгән  Ғәббәсовтарҙа тыныслыҡ юғала.
Таһира Ғәббәсованың һыҙмаһы тура ғына һыҙаттарҙан тормай, ер биләмәләренең бер яғы күршеләренекенең сигенә   рәсми рәүештә керетеп үлсәнелгән. Был урында Таһира Ғәббәсованың мунсаһы менән утынлығы урынлашҡан. Ер үлсәү  эштәрен башҡарыусы хеҙмәттәргә лә ҡатындың һорауҙары булған. Күрше яҡтан Владимир Пахомов ер һыҙатын ҡаҙа башлағас, Ғәббәсовтар бөтөнләй тынғылыҡ тапмай башлай.
Күрше ер биләмәләре менән сиктәрҙе билдәләгәндә Таһира Ғәббәсова  уның яғына керетеп һалынған һул  яҡ күршеһенең ике гаражын урынынан ҡуҙғатмай
Ерҙе рәсмиләштергәндә хатта, үҙ кеҫәһенән аҡса түләй. Уң яҡ күршеһенә Пахомовтар күсеп килеү менән бәхәстәр суд юлында дауам итә.
Шәхси йорттарҙа тороусы  хеҙмәттәштәрҙең бәхәсен был йорттарҙы төҙөүгә күп көс һалған элекке етәкселәре аңлап етмәй. Тыныс шарттарҙа, татыу  ғына донъя көтәһе урында бер-береһен битәрләүҙәр,судлашып яла яғыуҙарһыҙ йәшәүе мөмкин бит.
Рауил Кәбиров, «Туймазынефть» газ һәм нефть сығарыу идаралығының элекке етәксеһе: «Мин ул йылдарҙа етәксе булып эшләнем. Был йорттарҙы төҙөүгә  ерҙе шундай ауырлыҡ менән алдыҡ. Уларҙы сифатлы һәм заманса итеп күтәрергә тырыштыҡ. Былай ҙа ишелергә торған ер өсөн ниңә судҡа тиклем барып етергә? Татыу, бер-береңде аңлап йәшәүгә ни етә? Мин был осраҡта ике күршенең тартҡылашыуына бөтөнләй аптырайым».
Таһира Ғәббәсова  нефть һәм газ сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре өсөн төҙөлгән  йортта 1992 йылдан бирле йәшәй. Тау өҫтөндә урынлашҡан нигеҙе ҡасан да булһа ҡаҡшап, канализацияны таҙартыу өсөн кереүсе машиналар өсөн ауырлыҡтар тыуҙырыр тип башына ла индермәгән.
Ут күршеләр араһында ер өсөн низағ бер йыл тирәһе дауам итә. Әгәр ҙә Ғәббәсовтарҙың күршеһе артабан да ҡаҙыу эштәрен дауам итһә, был кәртәләр емерелеп, йорттоң да емерелеп төшөүе ихтимал.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку