Cтәрлетамаҡ ҡалаһының торлаҡ-коммуналь хужалығы көсөргәнешле режимда эшләй

Cтәрлетамаҡ ҡалаһының торлаҡ-коммуналь хужалығы көсөргәнешле режимда эшләй 10.01.2017

Күпләп яуған ҡарҙы өс сменала эшләүсе хеҙмәттәр ҙә ваҡытында ташып өлгөрә алмай. Ҡаланың үҙәк урамдарын таҙартыусылар эш күләме күп булыуға зарлана.

Артем Ғәниев, ҡар тейәүсе машина водителе: «Беҙ тәүлек әйләнәһенә өс сменала эшләйбеҙ.Ҡар күп яуыуы юлаусыларға һәм ҡала транспортына уңайһыҙлыҡтар тыуҙырҙы».
Стәрлетамаҡ ҡалаһының шәхси эшҡыуарҙары ҡар өйөмдәрен үҙ иҫәбенә сығара. Улар ҡаланың коммуналь  хеҙмәттәрен көтөп ятмай, парковканы һәм йәйәүлеләр юлын таҙартыу өсөн  шәхси  фирмаларҙы яллай. Иртәнге сәғәт һигеҙҙән бирле эшләүсе  ҡар тейәүсе машина ярҙамында КАМАЗ ун биштән ашыу  рейс яһаясаҡ.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика