Быйыл ҡыр өйрәктәре йылы яҡҡа осмаған

Быйыл ҡыр өйрәктәре йылы яҡҡа осмаған 20.01.2015

Өфө йылға-күлдәрендә улар йыш осрай. Күренеште белгестәр  республикала һауа торошоноң аномаль булыуы менән аңлата.

Ҡыр өйрәктәре йылы яҡҡа осҡанда туҡтап ял итеп ала. Әгәр ҡоштар үҙҙәренә уңайлы шарттар таба икән, унда оҙаҡҡа ҡала. Быға тиклем өйрәктәрҙең Башҡортостанда ҡышлаған осраҡтары күҙәтелмәһә лә, Мәскәүҙә был ғәҙәти күренешкә әйләнгән. Унда ҡышларға ҡалған ҡоштар буйынса статистика һәм тикшереүҙәр алып барыла. Быйыл Рәсәйҙең баш ҡалаһында 20 меңдән ашыу ҡыр өйрәге ҡышҡылыҡҡа ҡалған. Ҡоштарҙы ашатып тороусылар ҙа бар. Өйрәктәргә аҡ икмәк һәм ярмалар бирергә мөмкин. Ләкин тоҙло һәм шәкәрле аҙыҡ-түлек менән һыйларға ярамай. Венер Хәбибуллин, биология фәндәре кандидаты: «Бер яҡтан өйрәктәрҙе ашатып тороусылар булыуы яҡшы. Ләкин майлы аҙыҡ, ҡара икмәк ашатыу төрлө ауырыуҙарға килтерә. Америка һәм Европаның бер нисә ҡалаһында ҡыр өйрәктәренә аҙыҡ биреү тыйыла. Сөнки ҡышҡылыҡҡа ҡалған өйрәктәр урындағы ҡоштар менән ҡушыла. Беҙҙә бындай проблема юҡ».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку