Быйылғы ҡышҡа утын әҙерләргә кәрәкме йәки Өфөнөң Нижегородка биҫтәһендә йәшәүселәрҙе борсоған мәсьәлә

Быйылғы  ҡышҡа  утын әҙерләргә кәрәкме йәки Өфөнөң Нижегородка биҫтәһендә йәшәүселәрҙе борсоған мәсьәлә 19.08.2014

Урман-завод урамындағы йортта йәшәүселәр авария хәлендәге торлаҡта көн итергә мәжбүр. Ҡышты улар мейес яғып үткәрә. Фатирҙар иҫке. Уларҙың береһендә, хатта, түшәм ишелеп төшкән.

Рима Ғафарова хеҙмәт ветераны. Ул дүрт тиҫтә йылдан ашыу Өфө фанера-плита комбинатында эшләгән. Урман-завод урамындағы торлаҡ ханыма эш урынан бирелгән. Хәҙер инде был йортта ул ярты быуаттан ашыу донъя көтә.
Рима Ғафарова хәлендәгеләр бында  өс тиҫтәнән аша.  Уларҙың барыһын да бер үк хәстәр, мәшәҡәт берләштерә. Мейес яғалар, фатирҙарға яҙлы-көҙлө һыу үтеп инә, юлдарҙы әйтеп тораһы ла түгел. Махсус комиссия торлаҡты авария хәлендә тип баһалауына ҡарамаҫтан,  ыңғай үҙгәреш  юҡ, тип зарлана урында йәшәүселәр.
Был бер. Икенсенән Урман-завод урамындағы был йорт хәҙер икегә бүленгән, ә ҡасандыр улар бер адресҡа ҡараған. Объект 2004-се йылда ҡала милкенә бирелгәс уның икенсеһе авария хәлендәгеләр  исемлегенә бөтөнләй индерелмәй.
Техник паспорт мәғлүмәттәренә ярашлы, был йорттарға нигеҙ 40-сы, 60-сы йылдарҙа һалынған. Ул ҡасандыр, Өфө фанера-плита комбинаты хеҙмәткәрҙәре өсөн махсус төҙөлгән булған. Зәңгәр яғыулыҡҡа тоташтырылмаған йорт ябай мейес ярҙамында йылытыла. Ә инде совет заманынан ҡалған электр сымдарының да иҫкергәнлеге күҙгә ташлана.
Ошо һәм башҡа мәсьәләргә асыҡлыҡ индереү маҡсатында беҙҙең ижади төркөм Өфөнөң Ленин районы хакимиәтенә мөрәжәғәт итте.
Евгений Белов, Өфөнөң Ленин районы хакимиәтенең коммуналь хужалыҡ һәм төҙөкләндереү бүлеге етәксеһе: «Урман-завод урамы 2 ЛБ адресы буйынса урынлашҡан 1964-се йылғы йорт республика адреслы программаһына индерелгән. Ҡабул ителгән ҡарарға ярашлы, яҡын киләсәктә авария хәлендәге йортта йәшәүселәр яңы торлаҡҡа күсереләсәк. Сират буйынса ул киләһе йылға билдәләнгән».
Тимәк, көтөүҙән башҡа сара юҡ. Торлаҡта йәшәүселәргә яңы фатирҙар Рәсәй «Торлаҡ кодексы»на ярашлы, әлеге торлаҡтың дөйөм  майҙанына ҡарап биреләсәк. Майҙандарҙы арттырыу, йә кәметеү булмаясаҡ, тип хәбәр итә Өфөнөң Ленин районы хакимиәте. Ә инде адрес үҙгәртелеү сәбәпле, «иҫке йорт» исемлегенә ҡарамаған торлаҡ хужаларына ҡала хакимиәтенә  мөрәжәғәт итеү зарур.
Азат Ғәлиуллин

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку