Быйыл Силәбе өлкәһендә тәүге тапҡыр башҡорт этнолагеры ойошторолдо

Быйыл Силәбе өлкәһендә тәүге тапҡыр башҡорт этнолагеры ойошторолдо 10.07.2015

Красноармейск районы мәктәп уҡыусыларының ялы файҙалы һәм мауыҡтырғыс үтә. Көн дә тиерлек  оҫталыҡ дәрестәре, тренингтар ойошторола, унда балалар башҡорт теле грамматикаһын өйрәнә, шулай уҡ милли йолалалар, ғөрөф-ғәҙәттәр менән таныша.

Красноармейск районында ойошторолған тәүге башҡорт этнолагерында үҫмерҙәр башҡорт телен йырҙар, шиғырҙар, тиҙәйткестәр аша камиллаштыра.  Бында, хатта, айырым хор ҙа ойошторолған. Бигерәк тә, кис усаҡ янында ултырыуҙар ҡыҙҙар һәм малайҙарҙа  онотолмаҫлыҡ тәьҫораттар ҡалдыра икән.
Палаткаларҙа йәшәү бик күңелле, ти үҫмерҙәр. Иртәнге сәғәт һигеҙҙә уянаһың да, зарядка эшләйһең. Артабан спорт ярыштары башлана. Оҫталыҡ дәрестәре иһә тирмәлә үтә. Йүнселдәр үҫмерҙәрҙе балсыҡтан һауыттар эшләргә һәм уларҙы биҙәргә өйрәтә. Ҡыҙҙар һәм малайҙар милли йолалар, халыҡ кәсептәре, тарих менән дә ҡыҙыҡһына. Этнолагерҙың тәүге сменаһы биш көн дауам итә. Был тик тәжрибә проекты ғына. Әлегә унда Красноармейск районының уҡыу алдынғылары, спорт ярыштары еңеүселәре ял итә. Киләһе йылда күберәк балаларҙы йәлеп итеү күҙаллана.  
Үҫмерҙәр көрәштә лә сыныға. Силәбелә ойошторолған башҡорт этнолагерында әлегә 20 мәктәп уҡыусыһы ял итә. Тренерҙар милли спорт төрө буйынса көн дә тиерлек оҫталыҡ дәрестәре үткәрә. Сәләмәт тормошто пропагандалай.
Гөлназ Хәйбуллина

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку