Быйыл республика биләмәләренә Керәшен һыуыҡтары һуңлабыраҡ  килде 26.01.2015

Йәкшәмбе төнөн урыны менән  40 градусҡаса һыуыҡ булды.

Сатлама һыуыҡтан  кешеләрҙең туңыу осраҡтары ла теркәлде. Бындай диагноз менән баш ҡала дауаханаларына ете кеше килтерелгән. Синоптиктар хәбәр итеүенсә, бөгөнгә селләнең иң һалҡын көндәре артта ҡалды, тип фаразларға мөмкин.    Аҙна дауамында Башҡортостанда көндәр башлыса аяҙ торасаҡ, төндәрен һыуыҡ буласаҡ. Яуым-төшөм көтөлмәй, ни бары төнъяҡ райондарҙа ғына шаршамбы көн бер аҙ ҡар яуыуы ихтимал.  
Людмила Вафина, Башҡортостан гидрометеорология үҙәгенең метеокүҙаллауҙар бүлеге етәксеһе: «Төндәрен республика буйынса 18-23, урыны менән 25-30, көндөҙ 12-17 градус һалҡын буласаҡ. Аҙна аҙағында термометрҙарҙың 7-12 градус һалҡынға тиклем күтәрелеүе ихтимал».

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика