Быйыл Өфөнөң Янғын һағы музейы ойошторолоуға 45 йыл тула

Быйыл Өфөнөң Янғын һағы музейы ойошторолоуға 45 йыл тула 13.01.2015

Бында янғынға ҡаршы пропаганда һәм йәмәғәт менән бәйләнеш үҙәге хеҙмәткәрҙәре халыҡҡа агитация эше алып бара, йыл дауамында  мәктәп уҡыусылары, студенттар өсөн экскурсиялар ойоштора.

Ҡыңғырау тауышы яңғырай, тимәк, хәүеф янай. Элек һәр ҡалала тиерлек бейек башнялар булған. Уның башында һәр ваҡыт күҙәтеүсе торған. Ҡыңғырау ярҙамында ул янғын сығыуы хаҡында тәүгеләрҙән булып хәбәр иткән. Халыҡ үҙ көсө менән, күмәкләп утты юҡ итеүҙә ҡатнашҡан. Башҡортостан кооператив техникумы студенттарының музей менән яҡындан танышыуы тарих залынан башланды. Улар Өфөлә, республикала янғын хеҙмәтенең нисек барлыҡҡа килеүе, уның үҫеш юлы хаҡында ҡыҙыҡлы мәғлүмәт алды. Елена Апполонова, Өфөнөң янғынға ҡаршы пропаганда һәм йәмәғәтселек менән бәйләнеш үҙәге белгесе: «Беҙҙең музей 1970 йылда асыла. Ошо ваҡыттан алып беҙ пропаганда эше менән шөғөлләнәбеҙ. Әлбиттә, төп маҡсат - янғындарҙы иҫкәртеү». Үҙәк хеҙмәткәрҙәре халыҡ араһында аңлатыу эше алып бара. Мәҫәлән, янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләре менән таныштырғанда кескәйҙәрҙе ҡыҙыҡһындырыр өсөн төрлө конкурстар, викториналар, ҡурсаҡ спектаклдәре ойошторола. Музейҙа балалар ижадының айырым залы ла бар. Бында ҡыҙҙар һәм малайҙарҙың һүрәттәре, ҡул эштәре ҡуйылған. Улар янғын хеҙмәтенең эшмәкәрлеген сағылдырған. Шулай уҡ музейҙа ҡаланың төрлө биналары, бейек йорттарҙың макеттары ҡуйылған, бында янғын сыҡҡанда дөрөҫ эвакуацияланыу юлдары күрһәтелгән. Студенттар шулай уҡ янғын һүндереү техникаһы менән танышып, ҡотҡарыусыларҙың утҡа ҡаршы махсус ҡоролмалар менән нисек эш итеүе хаҡында белеште. Янғын хеҙмәте техникаһының элекке һәм бөгөнгө торошон сағыштырҙы. Янғын һағы хеҙмәтенә битараф булмағандар өсөн ишектәр һәр ваҡыт асыҡ. Музей йыл әйләнәһенә эшләй. Янғын һүндереүсе эш башлағанда киләһе сәғәттәрҙә ни булырын белмәй. Утҡа ҡаршы көрәштә кешеләрҙе ҡотҡарам тип батырҙарса һәләк булыусылар ҙа бар. Музейҙа улар иҫтәлегенә махсус экспозиция асылған. Әйтәйек, 1953 йылдың 2 февралендә Өфө нефть эшкәртеү заводында янғын сыға. Унда 23 кешенең ғүмере өҙөлә.  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку