Быйыл Башҡортостандан 500- ҙән ашыу кеше хаж ҡыласаҡ

Быйыл Башҡортостандан 500- ҙән ашыу кеше  хаж ҡыласаҡ 11.08.2017

Уларҙың тәүге төркөмө 20 августа юллана. Улар Ҡорбан байрамын Мәккәлә ҡаршылаясаҡ.   Изге ғәмәлгә быйыл квоталар һаны арттырылған. Был - Әл-Харам  мәсетендә төҙөкләндереү эштәре тамамланыуға бәйле.

Гөлмәҙинә Хәйҙәр ҡыҙы  был зәм-зәм һыуын ун өс йыл элек хаж сәфәренән алып ҡайтҡан. Һыу ябай түгел.  Ул   тынысландырыу көсөнә эйә, хатта сирҙәрҙе дауалай тип һанай, диндарҙар. Зәм-зәмде теләк теләп, ҡиблаға ҡарап эсәләр. Гөлмәҙинә Әбүзәрова хажға тәүге тапҡыр 1990-сы йылда бара. Илдәге үҙгәртеп-ҡороуҙар, юҡлыҡ заманында ундағы муллыҡты күреп хайран ҡала.  Хажға  ун тапҡыр барып ҡайта, хәҙер Башҡортостан мосолмандары диниә назаратында хаж сәфәрен ойошторорға ярҙам итә.  Алыҫ сәфәргә ҡаты ауырыған сағында ла юлланырға йөрьәт итә.
Хаж - мосолмандар өсөн изге булған Сәғүд Ғәрәбстаны Мәккә ҡалаһындағы Ҡәғбәтулла мәсетенә барып ғибәҙәт ҡылыу. Хаж ҡылыу  мосолмандар өсөн биш фарыздың иң олоһо. Бәлиғ булған, сәләмәт, ирекле, хәленән килгән мосолман ғүмерендә бер тапҡыр хажға барырға тейеш.
Хаж ҡылыу ваҡыты - Зөлхизә айының 8-се көнөнән башланып, 12-се көнөндә тамамлана. Хаж - мосолман өсөн фарыз ғәмәл,  әммә ул уны үтәй алмай икән, юл сығымдарын тулыһынса түләп, элек хаж ҡылған кемделер үҙенең вәкиле итеп ебәрә ала.Хаж ҡылыусы Ҡәғбә тирәләй 7 тапҡыр урап үтә.
Сәүд Ғәрәбстанына республиканан быйыл 500-ҙән ашыу кеше бара. Тәүге төркөм 20 августа юллана.
Изге ғәмәлгә Рәсәйҙән Мәккәгә быйыл 22 мең  диндар барырға йыйына.  Әл-Харам  мәсетендә төҙөкләндереү эштәре тамамланған һәм быйыл изге сәфәргә квоталар арттырылған.
Башҡортостандан ойошторолған турҙың «эконом» варианты 115 мең һум, «стандарт» тибындағыһы 170 мең һум тора. Хажға бурысҡа аҡса алып тороп барыу тыйыла.Быйыл изге сәфәргә йыйыныусыларҙың иң йәшенә 17, иң олоһона 80 йәш тулған. Хаж ҡылырға быйылға юлламалар һатылып бөткән. Киләһе йылға билетты Башҡортостан мосолмандары диниә назаратында әле ташламалы хаҡҡа һатып алырға була.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика