Быуындар йөрәгендә-хәтер һәм ғорурлыҡ

Быуындар йөрәгендә-хәтер һәм ғорурлыҡ 22.01.2015

Бөйөк Еңеүҙең 70 йылығына арналған ошо һәм башҡа  проекттарҙың үтәлеше, республикала тарихи датаға әҙерлек кимәле бөгөн Дәүләт Йыйылышы -Ҡоролтайҙа үткән эш кәңәшмәһендә тикшерелде.

Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығын билдәләүгә дүрт айҙан кәмерәк ваҡыт  ҡалды. Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар башҡарылған эштәрҙе барлағандан һуң,  бурыстарға ла туҡталды. Яу һәм тыл ҡаһармандарының  йәшәү шарттарын яҡшыртыу, медицина хеҙмәтләндереүен  камиилаштырыу буйынса эште дауам итеү талап ителә. Тарихи датаны билдәләгән мәлдә бер ветеран да иғтибарҙан ситтә ҡалырға тейеш түгел, тип билдәләнде кәңәшмәлә. Шул уҡ ваҡытта йәштәргә патриотик тәрбиә биреү эше лә  параллель рәүештә алып барыла. Әле ил буйынса  патриотик проект тормошҡа ашырыла. Уның сиктәрендә йәштәр архивтарҙан   яу ҡаһармандарының ерләнгән урындарын асыҡлап туғандарына хәбәр итә.  Шулай уҡ  төрлө осрашыуҙар, түңәрәк өҫтәлдәр ойоштороу ҙа күҙаллана.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика