«Быуындар йөрәгендә хәтер һәм ғорурлыҡ»

«Быуындар йөрәгендә хәтер һәм ғорурлыҡ» 22.04.2015

Ошо исем аҫтындағы Бөтә Рәсәй патриотик проект сиктәрендә Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай, Республика йәштәр йәмәғәт палатаһы һәм Башҡортостан эҙәрмәндәре фонды махсус акция үткәрә.

«Еңеү исемдәре» кампанияһының төп маҡсаты - тарихтағы аҡ таптарҙы кәметеү, интернет-сайттар ярҙамында Бөйөк Ватан һуғышында хәбәрһеҙ юғалғандар тураһында мәғлүмәт туплау. Ошоғаса Башҡортостандан фронтҡа алынған 127 мең кешенең  яҙмышы билдәһеҙ ине. «Еңеү исемдәре» акцияһы сиктәрендә мәктәп уҡыусылары тарафынан 3 мең 500 самаһы яҡташыбыҙҙың яҙмышына асыҡлыҡ индерелгән
Әле «Еңеү исемдәре» акцияһының икенсе этабы башланды. Мәктәп уҡыусылары тарафынан тупланған мәғлүмәттәр Башҡорт дәүләт университеты,  Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогоия университеты студенттары тарафынан тағы ла бер ҡабат тикшереп, теүәлләнәсәк. Артабан ил именлеге өсөн яу ҡырында ятып ҡалған яҡташтарыбыҙ  тураһында тулы мәғлүмәт менән нәшер ителгән махсус сертификаттар хәбәрһеҙ һалдаттарҙың яҡындарына тапшырыласаҡ.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку