Былтыр республикала иҡтисади көрсөккә бәйле, хеҙмәткәрҙәр араһында ҡыҫҡартыуҙар әллә ни күҙәтелмәһә лә, 18 меңгә яҡын кеше эшһеҙ ҡалған

Былтыр республикала иҡтисади көрсөккә бәйле, хеҙмәткәрҙәр араһында ҡыҫҡартыуҙар әллә ни күҙәтелмәһә лә, 18 меңгә яҡын кеше эшһеҙ ҡалған 18.02.2016

Күрһәткес бигерәк тә эшкәртеү сәнәғәте предприятиеларында юғары. Уларҙың ни бары һигеҙ меңе генә яңы эш урыны тапҡан. Бөгөн Башҡортостандың Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы йыл йомғаҡтарын барланы.

Былтыр мәшғүллек үҙәгенә вакансия һорап 90 меңгә яҡын кеше мөрәжәғәт иткән, ә уларҙы эш менән тәьмин итеү кимәле 60 процент тәшкил иткән. Был күрһәткес Волга буйы округы буйынса уртаса кимәлдә тип билдәләне Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры. Эшһеҙлек күләме Рәсәйҙә йыл аҙағына артҡан. Мәсьәләне хәл итеү өсөн махсус план әҙерләнгән. Уның сиктәрендә граждандарҙы ваҡытлыса эш менән тәьмин итеү, профессиональ уҡытыуҙар ойошторолған. Был йүнәлештә эш алып барыу өсөн 6 предприятие менән килешеү төҙөлгән. Халыҡты социаль яҡлау йәһәтенән дә байтаҡ эш башҡарылған.  
Шулай уҡ мөмкинлектәре сикләнгәндәргә ярҙам күрһәтеү ҙә төп маҡсаттарҙың береһе. Былтыр был категория граждандарға уңайлыҡтар тыуҙырыу сараларына 417 миллион һумлыҡ субсидия бүленгән. 2015 йылдың иң мөһим ваҡиғаһы - Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығын уҙғарыуға ла күп көс һалынған. Ветерандарҙың һаулығын нығытыу өсөн уҙғарылған хәйриә акциялары ярҙамында 600 мең һумдан ашыу аҡса йыйылған.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку