Былтыр Башҡортостанда 53 меңдән ашыу енәйәт ҡылынған, шуларҙың 11 мең самаһы ауыр һәм айырыуса ауыр категорияға ҡарай 26.01.2015

Был турала бөгөн Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығы коллегияһының киңәйтелгән ултырышында белдерелде.

Ведомство етәксеһе Михаил Закомалдин билдәләүенсә, йыл дауамында алып барылған иҫкәртеү саралары ярҙамында кеше һаулығына зыян килтереү, талау, фатирҙарға төшөү, мал юғалыу, автомобилдәрҙе ҡыуып алып китеү осраҡтары кәмегән. Полиция хеҙмәткәрҙәре тарафынан иҡтисади йүнәлештәге енәйәттәрҙе асыҡлау күрһәткесе яҡшырған. Миҫал өсөн "Древпром" финанс пирамидаһын атап үтеү ҙә етә. Тупланған материалдар буйынса, бер йыл самаһы элек предприятие етәкселегенә ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылған. Тикшереүҙәр барышында Башҡортостанда ғына  финанс ойошмаһы менән 43 меңдән ашыу кешенең килешеү төҙөүе асыҡланған. Яҡынса иҫәпләүҙәр буйынса, зыян күләме 100 миллион һумдан да кәм түгел. Әле халыҡҡа аҡсаларын ҡайтарыу буйынса саралар ҡабул ителә. Илдәге ябай булмаған осорҙа хоҡуҡ һаҡлау органдары иңенә оло яуаплылыҡ та ята. Шуға ла йәмғиәттәге тотороҡлоҡ һәм хоҡуҡ тәртибен һаҡлау торошо  һеҙҙең сифатлы хеҙмәтегеҙгә туранан-тура бәйле, тине үҙ сығышында Башҡортостан башлығы.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика