Был урында, ҡаҙыныу эштәре алып барылмаған, ниндәй ҙә булһа техниканың үтеүе лә икеле 27.11.2016

Ерҙең ишелеп төшкән көнөн балыҡсылар әлегеләй хәтерләй. Боҙ өҫтөндә  кемдеңдер бирсәткәһе, тотолған балыҡтар, ҡармаҡ, ауҙар ҡалған. Аяҡ аҫтынан ҡапыл ер һелкенеп аҫҡа төшә башлағанда, уларҙың ҡайғыһы ла булмаған.

Павел Кузнецов, балыҡсы: «Балыҡсылар гөрһөлдәгән тауышҡа ҡасышты. Һуңынан килеп ҡарағанда, күл ситендә ҙур уйһыулыҡ барлыҡҡа килгәйне. Һыу балыҡтар менән бергә шул соҡорға төшөп юғала».
Был урында соҡор аҙна башында хасил була. Геологтар аңлатыуынса, тәбиғәт күренешенә ер аҫтындағы бушлыҡ  сәбәпсе булған. Әйткәндәй, ошоға оҡшаш хәл тағы ике урынында теркәлгән.
Абыҙ күленең тәрәнлеге был урында метрҙан ашыу булғанлығын туңған боҙҙар аша билдәләп була. Һыу әле соҡорға төшөп кәмей бара. Уның менән бергә балыҡтар ҙа ҡырыла.
Ғалимдар билдәләүенсә, республика биләмәһенең 30-40 проценты карст ҡатламына тура килә. Йылына кәм тигәндә тиҫтәләп, Башҡортостандың әле бер, әле икенсе урынында бушлыҡ барлыҡҡа килә. Әйткәндәй, ерҙең ишелеп төшөүе быйыл апрелдә Өфө районының Вавилов ауылы эргәһендә лә теркәлде. Соҡорҙоң диаметры 20-30 метрға яҡын. Был баш ҡала эргәһендәге ауылдарҙа теркәлгән тәүге осраҡ түгел. Ҡырмыҫҡалы районының Ҡарлыманбаш менән Иҫке Бәпес ауылдары эргәһендә лә ошондай уҡ күренеш күҙәтелгән булған. Шул иҫәптән Өфө лә карст урынында тора.
Геология институтының лаборатория мөдире, геология-минералогия фәндәре докторы Рәфил Абдрахманов килтергән мәғлүмәттәрҙән күреүенсә, әле Өфөлә биш тиҫтәләп бина аҫтында бушлыҡ барлыҡҡа килгәнлектән, авария хәлендә тип табылған. Был карта ғалим етәкселегендәге төркөм тарафынан 1993 йылда эшләнелгән. Унан күренеүенсә, ҡаланың яртыһы хәүефле биләмәләрҙә урынлашҡан.
Ер аҫты торошоноң бөгөнгө картаһы юҡ, сөнки хәҙер ер аҫтын тикшереү менән күп һанлы хосуси ойошмалар шөғөлләнә, һәр береһе үҙ материалдарын тик һатып ҡына бирә. Шул мәғлүмәттәрҙе йыйып, яңы карта төҙөргә уйлағанда, байтаҡ аҡса кәрәк буласаҡ, ти белгестәр. Әйткәндәй, республиканың Өфө һәм Эҫем йылғалары араһында ерҙең убылып төшөү ихтималлылығы көслө. Бер квадрат саҡрымда 800-гә карст бушлығы сығып тора, ти белгестәр. Халыҡ  ябай соҡор тип һанаған уйһыулыҡ та тап шул тәбиғәт күренеше.
Рәсәйҙә, ғөмүмән, донъялағы карст бушлыҡтарына килгәндә, Америка Ҡушма Штаттары «Иблис тишеге» менән билдәле, Рәсәй туристарының яратып йөрөгән Абхазияның Рица күле лә тап ерҙең убылып төшөүенә бәйле килеп сыҡҡан. Матур ҙа, шомло ла Лайтхаус-Риф һәм Мысырҙың 100-сә метр тәрәнлектәге һыу аҫты соҡоро хәҙер «дайверҙар ҡәберлеге» тип йөрөтөлә. Ә инде Благовещен районына кире әйләнеп ҡайтҡанда, белгестәр Абыҙ күле һыуы кире урынына ҡайтасаҡ, тип белдерә. Тик уның ҡасан икәнлеге әлегә һорау булып ҡала...

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика