Был аҙнала Рәсәй халҡы Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөн билдәләне

Был аҙнала Рәсәй халҡы  Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөн билдәләне 11.07.2015

Бынан 8 йыл элек барлыҡҡа килгән  байрамда тырышып донъя көткән, илебеҙ өсөн лайыҡлы ул-ҡыҙҙар тәрбиәләгән ғаилә парҙары тәбрикләнә.  Яңауыл ҡалаһында йәшәүсе Нуриевтар тап шундай ғаиләләрҙең береһе.

Кәзә һауыу Рәмил Нуриев өсөн ғәҙәти эш. Ғаилә башлығы бер нисә йыл инде тоҡомло кәзәләр үрсетеү менән шөғөлләнә. Тоҡомло бәрәстәрҙең ҡайһы берҙәрен Рәмил Нуриев сит илдәрҙән алып ҡайтҡан. Нуриевтарҙың ихатаһы  зоопаркты хәтерләтә тиһәк тә хаат булмаҫ. 14 төрлө тоҡомға ҡараған тауыҡтар, һирәк осрай торған  эттәр. Ҡыҫҡаһы татыу ғаиләлә бер кемгә лә бойоғоп ултырығ аваҡыт юҡ. Балалар аталарына йорт мәшәҡәттәрендә лә ярҙам итә.
Рәмил Нуриев, ғаилә башлығы: «Хайуандарҙы бала саҡтан яраттым.  Шуға ла мал табибына уҡып сыҡтым. Йортобоҙҙа тутыйғоштар ҙа,балыҡтар ҙа, эттәр ҙә һәм башҡа хайуандар бар. Эттәр өсөн питомник астым».
Эштән бушағас Нуриевтар бергә йыйылып күңел аса. Күп милләтле  ғаиләлә төрлө телдәрҙә йырҙар яңғырай. Ҡыҙҙары Айдана фортепьянола уйнай.
Айдана Нуриева, Алина Нуриева:  «Тормош иптәшем ярҙамсыл, тырыш кеше. Уның менән танышҡанда Удмуртияла уҡытыусы булып эшләй инем. Яңы йылға мине Ҡарһылыу итеп ҡуйҙылар. Ә ул Ҡыш бабай булды. Шунда таныштыҡ. Атай-әсәйемә ул бик оҡшаны. Бәхетлемен, ғаиләбеҙ татыу».
Шулай итеп Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу көндәлек тормоштарын да  әкиәт итә алған. Ҙур хужалыҡтың бөткөһөҙ мәшәҡәттәрен дә улар бергә еңә. Мөхәббәтле ғаиләнең һәр көнө күңелле, ваҡиғаларға бай үтә.
Аймара Рәхимова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика