Әбйәлил районында Оло Ҡыҙыл йылғаһының ике ярында урынлашҡан Сиҙәм һәм Әлмөхәмәт ауылдары араһында йәйәүлеләр өсөн аҫылмалы күпер сафҡа инде

Әбйәлил районында Оло Ҡыҙыл йылғаһының ике ярында урынлашҡан Сиҙәм һәм Әлмөхәмәт ауылдары араһында йәйәүлеләр өсөн аҫылмалы күпер сафҡа инде 30.05.2017

2013 йылғы ташҡын баҫманы йыуып алып киткәс, ике яр кешеләренең дә көнө Әлмөхәмәт ауылы аша 7 саҡрымлыҡ урау юлға ҡалды. Был иҡтисади йәһәттән дә, ваҡыт яғынан да отошһоҙ була. МТС балалары биләмә үҙәгендә белем ала.

Балалар баҡсаһы, дауахана, дарыухана һәм тормош-көнитмештә кәрәк булған башҡа мөһим социаль объекттар ҙа йылға аша. Сиҙәмдәрҙең дә ғүмер буйы ҡатнашып йәшәгән ут күршеләренә йомошо төшмәй тормай. Шуға күрә араларҙы бәйләүсе күперҙе ике ауыл халҡы ла көтөп алды.
48 метрлыҡ күпер төҙөлөшө былтыр сентябрҙә башланһа, йыл аҙағына уның тимерҙән ҡоролған төп конструкцияһы әҙер булған. Көндәр йылыныу менән район юл ремонт-төҙөлөш идаралығы хеҙмәткәрҙәре аҫылмалы күпергә юл һуҙған, асфальт түшәгән. Яҙғы ташҡын «комиссияһы» объектты ныҡлыҡҡа һынаған һәм бына, ниһайәт, бөтә талаптарҙы ла үтәгән күпер файҙаланыуға әҙер.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика