Бурысыңды ваҡытында  түлә! 12.02.2015

Былтыр Башҡортостан суд приставтары хоҡуҡ боҙоусыларҙан
ҡаҙнаға туғыҙ миллиард һум аҡса түләтеүгә ирешкән, уның 360 миллионын төрлө йүнәлештәге штрафтар тәшкил итә.

Ведомство етәксеһе белдереүенсә, ваҡытында түләнмәгән хеҙмәт хаҡы иң киҫкен мәсьәләләрҙең береһе. Былтыр был тәңгәлдә 25 меңдән ашыу  суд ҡарары бойомға ашырылған. Приставтар предприятие етәкселәренән  ун биш мең кешегә 261 миллион һум күләмендә эш хаҡын түләткән.  Шулай уҡ намыҫһыҙ ата-әсәләргә ҡарата ла етди саралар күрелә. Алимент түләүҙән ҡасыусы ике мең кешегә ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылған, 6 меңдән ашыу хоҡуҡ боҙоусыға сит илгә сығыу тыйылған.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика