Бурысыңды түлә лә руль артына ултыр

Бурысыңды түлә лә руль артына ултыр 15.09.2015

Туймазыла  суд приставтары һалым инспекторҙары  һәм полицейскийҙар менән бергә рейдҡа сыҡты.  Улар бер  ҙә яңылышмайынса ғына  бурыслы водителдәрҙе туҡтатып бурыстарын ҡаплауҙы талап итте.

Баҡтиһәң, заман технологиялары ярҙамында бурыслы водителдәрҙе асыҡлау  ауыр түгел.  «Юл приставы»   автоматлаштырлыған программа комплексына туймазы водителдәре тураһында бар мәғлүмәт индерелгән. Юлға ҡуйылған камера  алда килгән автомобилдең  фотоһүрәтен  компьютерға  тапшыра.   Водителдең бурысы булған осраҡта  ҡоролма сигнал бирә башлай.  Юл патруле шунда уҡ  автомобиль хужаһына туҡтарға ҡуша. Ошонда уҡ протокол төҙөлө һәм  бурыс ҡапларға ҡушыла. Был исемлеккә эләгеүселәр араһында төрлө кешеләр бар, берәүҙәр алимент, икенселәре кредит түләүҙән ҡасып йөрөй.  Шулай уҡ дуҫтарына йәки  туғандарына кредит алғанда поручитель булып ҡара  исемлеккә инеүселәр ҙә бар.  Бурысын түләргә теләмәүселәрҙең  милке тартып алына.  Рейд барышында   бурысы булған 20 водитель туҡтатылған,  ике автомобиль тартып алынған.    
Максим Махнаев,  федераль суд приставтары хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығының Туймазы район-ара бүлеге суд приставы: «Водителдәрҙең берәүһенә  намыҫһыҙ дуҫы өсөн яуап бирергә тура килде.  Уның  дуҫы банктан кредит алып түләмәгән. Ә  поручитель булған был егеткә хәҙер 218 мең һумлыҡ бурысты ҡапларға кәрәк, әле уның машинаһы тартып алынды».

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика