Бурысың булһа, мөлкәтеңдән ҡолаҡ ҡағыуың ихтимал

Бурысың булһа, мөлкәтеңдән ҡолаҡ ҡағыуың ихтимал 23.11.2016

Суд приставтары һалым инспекторҙары менән берлектә бирәсәге булған граждандарҙы асыҡлау буйынса рейдтар уҙғара.

Бурысы саманан тыш күп йыйылғандарҙың мөлкәтенә арест һалына йәки бөтөнләй тартып алына.Суд приставтары әйтеүенсә, мөлкәтте тартып алыу сараһы башҡа әмәл ҡалмағанлыҡтан ҡулланыла. Уға тиклем иҫкәрмәләр яһала.
Мөлкәтте тартып алғансы суд приставтары башҡа сараларҙы ла ҡуллана. Сит илгә сығыуҙы тыйыу, банк иҫәбенә арест һалыу, водитель таныҡлығын тартып алыу ҙа киң ҡулланыла. Әгәр был яза ла һөҙөмтә бирәмәгән осраҡта, мөлкәт тартып алына. Республика халҡының  милекә һалым буйынса ғына 2 миллиард һумдан ашыу бурысы бар.
Ильяс Нәғимов, федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы бүлеге етәксеһе: «015 йыл өсөн һалымды 1декабргә тиклем түләү мотлаҡ. Һуңынан инде пенялар, башҡа гражданлыҡ хоҡуҡтарын сикләү саралары күрелә. Дәүләт нисек  булһа ла һалымдарҙы ҡайтарасаҡ. Шуға күрә түләүҙәрҙе үҙ ваҡытында башҡарыу хәйерлерәк».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика