Бурыстарын түләмәүселәр сит илгә сыға алмаясаҡ

Бурыстарын түләмәүселәр сит илгә сыға алмаясаҡ 29.10.2014

Һалым инспекцияһы хеҙмәте транспорт һалымын түләмәүселәр менән тығыҙ эш итә башланы. 10 мең һумдан ашыу бирәсәге булғандарҙың илдән сығыу мөмкинлеге сикләнә. Шулай уҡ закон боҙоусыларҙы асыҡлау өсөн һалым инспекцияһы суд приставтары менән рейдтар ҙа үткәрә. Сара сиктәрендә автомобилдәргә арест һалыу осраҡтары ла булғылай, сөнки ҡайһы бер граждандарҙың бурысы йөҙөшәр мең һумға  барып баҫа.

Шекспир пьесаһы исемен йөрөтөүсе гражданиндың да был иртәһе күңелһеҙ ваҡиғаларҙан башланды. Ирҙең ишеген суд приставтары шаҡыны. Билдәле булыуынса, уларҙың килеүенән яҡшылыҡ көтөргә түгел. Был юлы ла тап шулай, Гамлет бер нисә йыл рәттән транспорт һалымын түләмәгән.  
Һөҙөмтәлә ихатала тороусы ҡиммәтле джипҡа арест һалына. Суд приставтарына уны алып китеүҙән башҡа сара юҡ. Бирәсәкле ир мәсьәләне урында хәл итергә тырышып ҡарай  ҙа бит, ләкин бурысы 200 мең һумдан күберәк икәнен белгәс, ниәтенән кире төңөлә.  
Мәсьәләне ыңғай хәл итеү теләге менән автомобиль хужаһы джипты штрафтуҡталҡаһына үҙе алып барырға ризалаша. Ир шулай уҡ тиҙ арала бурысын ҡапларға вәғәҙә итә. Һалым инспекцияһы билдәләүенсә, бөгөнгә республикала транспорт һалымы буйынса бурыс 900 миллион һумға тиң. Осраҡтарҙың яртыһынан күберәге баш ҡалаға тура килә. Уларҙы асыҡлау өсөн Суд приставтары, һалым инспекцияһы һәм юл хәүефһеҙлеге инспекцияһы рейд ойошторҙо.
Был эштә бурысы булғандарға ҡаршы көрәшеүселәр заман технологияларын да ҡуллана. Уларҙың береһе – «Юл приставы» комплексы.
Хәҙер һалымдарҙы түләмәүселәрҙе тотор өсөн уларҙың артынан йүгереп йөрөргә кәрәкмәй. Май айынан суд приставтары юлдарҙа ҡулланылған махсус камера ҡуллана. Ул ике һыҙат буйлап хәрәкәт итеүсе автомобилдәрҙең теркәү номерҙарын күрә, һәм улар араһында бурысы булғандарҙы асыҡлай. Был мәғлүмәткә таянып, бынан алыҫыраҡ торған инспекторҙар кәрәкле автомобилде туҡтата.
Һалым түләмәүсе автомобиль хужаһының исем-фамилияһы, бурысының суммаһы шунда уҡ компьютерҙа сағыла. Приставтар бындай гражданин тураһында шунда уҡ инспекторҙарға хәбәр итә. Рейдтар ыңғай һөҙөмтә бирә тип билдәләй белгестәр.  
Һалым түләмәүселәр буйынса рейдтарға даими сығып торабыҙ, сара һәр саҡ уңышлы тамамлана тип әйтергә була. Юлда тотолған һалым түләмәүселәр ғәҙәттә, эште ҙурға ебәрмәҫкә тырыша. Хатаһын танып,  тиҙ арала кәрәкле сумманы түләп ҡуя.
Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы граждандарға һалымдарҙы ваҡытында түләп барырға кәрәклеге тураһында иҫкәртә. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, физик шәхестәргә милек өсөн түләүҙәрҙе 5-се ноябргә тиклем теүәлләп ҡуйырға кәрәк.
Илфат Кинйәбаев

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку