Бурыстарын еренә еткереп башҡармаусы идарасы компанияларҙың вазифаларына төкөрөп ҡарауы, бәлки, юҡҡа сыҡмаһа ла, кәмергә тейеш 14.01.2015

Федераль законға ярашлы, быйылдан торлаҡ хужалығы тармағында эш алып барыусы ойошма хеҙмәткәрҙәре тикшереү үтергә тейеш. Имтихан тотоусылар артабанғы эшмәкәрлеккә рөхсәт биреүсе лицензия аласаҡ. Был сара идарасы компаниялар араһында тәртип урынлаштырасаҡ тип ышана закон авторҙары. Халыҡ та үҙгәрештәрҙе күптән көтә.    

Өфөнөң Парк урамында урынлашҡан 2 кәсер 3-сө йортта йәшәүселәр ҙә идарасы компанияларҙың эшмәкәрлегенән бер ҙә ҡәнәғәт түгел. Ойошма бер йыл элек бинала капиталь төҙөкләндереү эштәре башҡарған. Тик уның һөҙөмтәһе урындағы халыҡтың күңеленә ятмаған.
Әлифә Ғафарова, Парк урамы 2/3 йортонда йәшәүсе: «Подъезд ишеген алдылар ҙа ул бер йыл инде ошонда тик ята.. Һыуыҡ бында хәҙер…»
Капиталь төҙөкләндереү сиктәрендә йорттағы ике лифт та яңыһына алмаштырылған. Тик хәҙер халыҡ иҫке ҡоролмаларҙы һағынып хәтерләй. Лифттар йыш боҙола, тауышы ныҡ сыға тип аңлата бында йәшәүселәр. Ә уларҙы көйләргә тейеш шәхси ойошма хеҙмәткәрҙәре халыҡтың зарланыуына иғтибар итмәй. Ә уларҙы был эшкә йәнә лә идарасы компанияны йәлеп иткән. Шулай уҡ ремонт сифатына ла зарлана торлаҡ хужалары. Буялған стеналар бер йыл да сыҙамаған.
Рафаэль Ғафаров, Парк урамы 2/3 йортонда йәшәүсе: «Краска ҡубып төшә һыуыҡтан, лампочкалар ҙа түҙмәй сәпсим…»
Шул уҡ ваҡытта коммуналь түләүҙәр артҡандан-арта, ти йортта йәшәүселәр. Ләкин идарасы ойошма уларға хатта, подъездарҙы йыйыштырыусыны ла үҙҙәренә табырға кәңәш итә. Ошо хәлдә ҡалыусыларҙың михнәттәре яҡын арала юҡҡа сығыр тигән өмөт бар.  Башҡортостандың торлаҡ һәм төҙөлөш буйынса дәүләт комитеты идарасы ойошмалар етәкселәренең белемен тикшереүҙе башлаған.
Лизенция алған идарасы компанияларҙың эшмәкәрлеге лә контролдә тотоласаҡ. Әгәр ҙә йортто хеҙмәтләндереүсе ойошма берәй етешһеҙлекте бөтөрөү тураһында ике тапҡыр  күрһәтмә алып та хәлде үҙгәртмәһә, ул был бинаны хеҙмәтләндереүҙән бушатыласаҡ. Ә инде зарланыуҙар күбәйһә, ойошма лицензияһынан да ҡолаҡ ҡағыуы ихтимал.
Илфат Кинйәбаев

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика