Браконьерҙар үтмәйәсәк

Браконьерҙар үтмәйәсәк 09.01.2015

«Куляшка» вольеры белгестәре законһыҙ һунарсыларға ҡаршы рейд ойошторҙо. Бынан тыш, тәбиғәт һаҡсылары санитар эш тә алып бара. Хужалыҡ хеҙмәткәрҙәре төлкөләрҙең һанын кәметеү күрһәтмәһен дә үтәй.

Тәү ҡарашҡа бында ябай һунар бара тип уйларға мөмкин. Ысынында ҡораллылар Башҡортостандың «Куляшка» фәнни-етештереү стационары белгестәре. Улар Кушнаренко районы ветеринар станцияһы күрһәтмәһе буйынса төлкөләрҙең һанын контролдә тотоу эшен башҡара. Сөнки ишәйеп киткән осраҡта көлтә ҡойроҡ ҡуяндарға, эре ҡоштарға көн бирмәй. Төлкөләр шулай уҡ ғәҙәтә ҡотороу сирен дә тарата.
Вольер хужалығы белгестәренең эше һунар менән генә сикләнмәй. Тәү сиратта улар рөхсәтһеҙ һунар итеүселәргә  көрәш алып бара. Һуңғы арала браконьерҙар заманса ҡоралланып, төрлө GPS, төндә күреү ҡорамалдары һәм ҡеүәтле техника ҡулланғанға, уларҙы тотоу ҡыйынға тура килә, ти хужалыҡ белгестәре. Шулай ҙа рөхсәт ҡағыҙҙарын юллап һунарға сығыусылар ҙа етерлек. Ундайҙар менән тәбиғәт һаҡсылары яҡшы мөнәсәбәттә.
Законға ярашлы 15 ғинуарға тиклем бер йәше тулмаған мышыларға, февраль аҙағына тиклем ҡабанға һунар итергә була. Тик белгестәр, мылтыҡ тоҫҡауҙан алда януарҙың балалары булмауын тағы ла бер ҡабат тикшерергә кәңәш итә. Сөнки кире осраҡта,  бәләкәстәрҙең үлемгә дусар булыуы бар. Күптән түгел стационар хеҙмәткәрҙәре өс ҡабан балаһын табып алған. Уларҙың инәләрен браконьерҙар атып алыуы ихтимал.
Иң мөһиме хәҙер йәнлектәргә ҡурҡыныс янамай.  Бер аҙ нығынғас, улар вольерға күсереләсәк. Һуңынан тәбиғәт һаҡсылары ҡабандарҙы иреккә ебәрергә иҫәп тота.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика