Боронғолоҡҡа һаҡсыл ҡараш

Боронғолоҡҡа һаҡсыл ҡараш 25.04.2015

Учалы районының Ҡолош ауылында йәшәүсе Хәҙис Сәфиуллин тарих менән бала саҡтан ҡыҙыҡһына. Ә крайҙы өйрәнеүгә ныҡлап бынан ике йыл элек тотонған. Шуға ҡарамаҫтан, шәхси музейында экспонаттарҙың иҫәбе-һаны юҡ. Улар араһында  көндәлек тормоштағы боронғо әйберҙәр ҙә бар.

Ҡасандыр, йорт эштәрендә киң ҡулланылған ҡул бысҡыһы. Хәҙер инде уны тик музей, кинотаҫмаларҙа ғына тап итергә мөмкин. Зәйет Шакиров эш ҡоралын ныҡ яҡын күрә. Ул заманында йыуан ағастарҙы ҡырҡып, фронттағыларға саңғы эшләүҙә ҡатнашҡан
Экспонаттарҙың күбеһе ошо бәләкәй йортҡа һыйған. Уларға ел-ямғырҙың ҡурҡынысы юҡ. Шәхси музейы кәштәләрендәге  көндәлек тормошта һәм хеҙмәттә файҙаланылған боронғо әйберҙәр бер-нисә быуатты бер юлы күҙ алдына баҫтыра.
Шәхси музейҙа экспонаттарҙың иҫәбе-һаны юҡ. Шулай ҙа һәр береһенең үҙенә генә хас тарихы бар. Бында башлыса халыҡта киң ҡулланылған көнкүреш әйберҙәре урын алған. Мәҫәлән, был экспонат көлтә бәйләгәндә, ә быныһы һарына ҡаҙғанда файҙаланылған.
Боронғо әйберҙәрҙе Хәҙис Сәфиуллин тотош республика буйлап  тиерлек йыйа. Ҡайһы бер экспонаттарҙы ул һатып та алған. Ышаныслы ҡулдарға бушлай  тапшырыусылар ҙа булған. Быяла аҫтында һаҡланған был әйбер 19 быуатҡа ҡарай. Музей етәксеһе әйтеүенсә, таяҡ Зәйнулла ишандыҡы. Сихри көскә эйә булған ҡомартҡыны күрергә, хатта сит төбәктәрҙән дә  киләләр икән.
Бороңғоларҙан ҡалған ҡомартҡылар һаҡсыл ҡараш талап итә, тигән ҡарашта уҙаман. Тарихҡа иғтибарлы булған замандашыбыҙ үҙе лә  ошо хәҡиҡәткә таянып йәшәй һәм эш итә. Үҙ миҫалында иҫбатлай.
Азат Ғәлиуллин

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку