Боронғолар әйтмешләй, хәрәкәттә бәрәкәт

Боронғолар әйтмешләй, хәрәкәттә бәрәкәт 06.01.2015

Оло быуын вәкилдәре быны үҙ миҫалында иҫбатлай. Тиктормаҫ һәм уңған Резеда Сәйфетдинова тап шундайҙарҙан. Ҡырмыҫҡалы районының Иҫке Ҡыйышҡы ауылында йәшәүсе ҡатын ғүмере буйы колхоз фермаһында эшләй. Эше ауыр булыуына ҡарамаҫтан, Резеда Сәләм ҡыҙы балаларын да тәрбиәләй, өй мәшәҡәттәренә лә өлгөрә. Тормошоноң иң көсөргәнешле осоронда ла ҡатын яратҡан шөғөлө, ҡул эше тураһында онотмай. Мауығыуым күңел тыныслығы бирә ти ул.

Резеда Сәйфетдинова  йыр менән ҡул эшен йәнәш алып бара. Бәләкәйҙән бәйләм бәйләй. Ижад емештәремде айырыуса ҡәҙерле кешеләремә бүләк итергә яратам ти ул. Шөғөлө ниндәйҙер кимәлдә күңел йылыһы менән уртаҡлашырға ярҙам итә.
Бәйләмдән тыш ханым сигеүгә лә оҫта, йыр-моңға ла битараф түгел. Ул шулай уҡ ижадында ябай булмаған әйберҙәр ҙә ҡуллана. Кәнфит ҡағыҙҙарынан эшләнгән япма үҙе ни тора? Әгәр ҙә быға тиклем Резеда Сәйфетдинованың ижады тураһында ауылдаштары ғына белгән булһа,  Иҫке Ҡыйышҡыға Таңһылыу Баййегетова килгәс ул  тотош республикаға таныла.
Резеда Сәйфетдинова әле лә әүҙем тормош алып бара. Мәҙәниәт йортондағы үҙешмәкәр коллективта шөғөлләнә, спектаклдәрҙә ҡатнаша, төрлө конкурстарға йөрөй. Ижады күп тапҡырҙар төрлө Маҡтау ҡағыҙҙары менән билдәләнгән.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку