Благовещен халҡы ҡала көнөн билдәләне

Благовещен халҡы ҡала көнөн билдәләне 22.07.2015

Был дата быйыл металлургтар көнө менән тап килде килде. Шуға күрә байрам айырыуса тантаналы шарттарҙа үтте.

Ҡала мәҙәниәт һарайы алдында ойошторолған байрам  олоһон да кесеһен дә бергә йыйҙы. Был аңлашыла, сөнки  ҡалала йәшәүсе һәр икенсе ғаиләнең  яҙмышы  Благовещен арматура заводы менән бәйле. Икенсенән урындағы халыҡ ҡалала йәшәү кимәленең дә яҡшыра барыуын  билдәләй, шуға күрә байрам кәйефе лә юғары.  Әҙерлек алдан уҡ башланған, юлдар, ихаталар тәртипкә килтерелгән, скверҙарға ағастар ултыртылған. Майҙанда  ҡаланың тарихын, бөгөнгөһө һәм киләсәккә маҡсатарын сағылдырған эскпозициялар,  ҡул эштәре күргәҙмәләре әҙерләнгән.  Шулай уҡ  спорт ярыштары ла  уҙғарылды.  Халыҡ  шахмат, шашка буйынса ярышты,  аттарҙа йөрөнө. Кескәйҙәр өсөн уйын майҙансыҡтары ла  эшләне.  Сағыу йөкмәткеле концерт программаһы әҙерләнгән.   Тантанала   оҙаҡ йылдар бергә йәшәгән ғаиләләргә "Мөхәббәт һәм тоғролоҡ өсөн" миҙалдары тапшырылды, данлыҡлы метталургтар династияһы ағзалары  бүләкләнде. Байрам саралары  йәштәр өсөн дискотека һәм күккә  1 мең шар осороу менән тамамланды.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку