Благовещен ҡалаһында ҡаһарман яҡташыбыҙ Николай Киселевҡа һәйкәл асылды

Благовещен ҡалаһында ҡаһарман яҡташыбыҙ Николай Киселевҡа һәйкәл асылды 07.11.2015

Бишенсе мәктәп янында урынлашҡан яңы сверҙа үткән сараға бик күп халыҡ йыйылды.  

Унда сығыш яһаусылар билдәләүенсә, Николай Яковлевич оло йөрәкле кеше булған. Благовещен районының Богородское ауылында тыуған егет 1942 йылдың йәйендә фашистар баҫып алған Белоруссия еренән 218 йәһүдте хәүефһеҙ урынға алып сыға. Бының өсөн уларға бер мең ярым километр оҙонлоғондағы ҡатмарлы урау юлдар аша үтергә тура килә.
Шул уҡ ваҡытта Киселевтың ҡаһарманлығы оҙаҡ йылдарға онотола. Уны кешелеккә танытыу эше  2008-се йылда ғына башлана. Ошо осорҙа тарихи, хәрби архивтар өйрәнелә, уларҙы ҡулланып, донъя буйынса Николай Киселев ҡотҡарған кешеләр табыла. Ҡаһарман яҡташыбыҙ хаҡында бөгөн Америкала һәм Израилдә күптәр белә, сөнки ул ҡотҡарған кешеләрҙең балалары тап ошо илдәрҙә йәшәй. Әлеге көндә Николай Киселевтың исемен мәңгеләштереү буйынса төрлө эштәр башҡарылған, Белоруссияла хатта уның исемен йөрөткән урам да бар.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку