Благовар районының Яныш, Шарлыҡ, Нейфельд һәм Ҡыҙыл йодоҙ ауылдары халҡы күп тонналы камаздар  хәрәкәтен туҡтатты 14.03.2016

Бындай аҙымға барырға халыҡты Шарлыҡ ауылы баҫыуҙарына саманан тыш түгелгән ҡош тиҙәге сәбәпсе итте.

Дүрт ауыл халҡы берләшеп «Авдон» ҡошсолоҡ фабрикаһынан ҡош тиҙәге ташыусы Камаздарҙы туҡтатты. Бындай аҙымға барырға  уларҙы  баҫыуға һибелгән тиҙәктән ауылға туҡтауһыҙ таралыусы ауыр еҫ мәжбүр итте.
Шарлыҡ мәктәбе уҡыусылары тәҙрәләрҙе аса алмай. Дәрес барышында елләтелмәгән бүлмәләрҙә белем алырға мәжбүр.
Шарлыҡ ауылында йәшәүсе  87 йәшлек  Бөйөк Ватан һуғышы ветеранының да хәле шәптән түгел. Быума сиренән яфаланыусы Талха Суфиян улының имәнес еҫтән башы әйләнә,  йыш ҡына ҡан баҫымы күтәрелә. Талха Шәрәфетдинов тыныс, имен донъяла ауыл ерҙәрен үҙ ихтыярында  ҡулланыусы яңы хужаларҙың халыҡ мәнфәғәттәрен иҫәпкә алмауы менән килешә алмай.  
Яныш ауыл хужалығы берләшмәһе баҫыуҙарын ун йылға ҡуртымға алыусы «Башҡорт ашлығы» етәкселеге беҙгә  баҫыуҙарҙы ҡош тиҙәге менән ашлауға ҡарата түбәндәгесә асыҡлыҡ индерҙе.  
Яныш һәм Шарлыҡ ауылдары баҫыуҙарына ҡош тиҙәге сығарыу проблемаһы менән килеп тыуған хәлде асыҡлау маҡсатында Башҡортостандың Тәбиғәтте файҙаланыу һәм экология министрлығына ла мөрәжәғәт иттек.
Василий Вахмянин, эколог: «Үҫтерелгән ашлыҡтан  мул уңыш алыу маҡсатында баҫыуҙарға органик ашлама индерергә кәрәк. Ҡош тиҙәге беҙҙең ҡошсолоҡ фабрикаларында тейешле эшкәртеү үтә. Баҫыуҙарға уны сығарғанда тейешле технологиялар үтәгәндә кеше һаулығына һәм тирә-яҡ мөхит өсөн хәүеф булмаҫҡа тейеш».
Бер ай дауамында ауыр камаз-дарҙа Яныш ауыл советы ерҙәрендә урынлашҡан баҫыуҙарҙа ҡош тиҙәге ташыла. Ауыл халҡы: өлкән йәштәгеләр, мәктәп уҡыусылары сыҙап торғоһоҙ еҫтән интегә. Ҡар ирей башлау менән тиҙәктең һыу юлдарына үтеп инеү ҡурҡынысы ла бар.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика