Билдәле иҡтисадсы, ғалим, журналист, Башҡортостандың фәндәр академияһы академигы Әнәс Мәхмүтовтың тыуған көнө

Билдәле иҡтисадсы, ғалим, журналист, Башҡортостандың фәндәр академияһы академигы Әнәс Мәхмүтовтың тыуған көнө 16.01.2015

Башҡортостанда иҡтисадсыларҙың ғилми мәктәбен булдырыусы шәхес 85 йәшлек юбилейын билдәләй.

Әнәс Мәхмүтов көндәлек режимынан тайпылмай. Иртәнге физик күнекмә һәм сәйҙән һуң ул ғилми хеҙмәте артына ултыра. Көн ижад итеү, эҙләнеүҙәр өсөн яҡшы ваҡыт тигән фекерҙә ир. Шишмә районының Яңы Усман ауылында тыуған малай яҡындарын иртә юғалта, шуға күрә уға тормошта үҙ көсөнә генә ышанырға тура килә. Хәрби музыкант, юғары белемле ауыл хужалығы инженеры, БАССР-ҙың мәҙәниәт министры урынбаҫары. Шулай ҙа тормошта ул фән юлынан китә,  иҡтисадсы булып таныла. Шул уҡ ваҡытта йәмәғәт эштәрендә лә әүҙем ҡатнаша.
Күп яҡлы белгесте күркәм юбилейы менән ҡотларға уҡыусылары, төрлө ведомство етәкселәре, яҡындары йыйылды. Әнәс Хөсәйен улын яҡындары тырыш, һәләтле, маҡсатына тоғро кеше, республика халҡы уны иҡтисадсы, Башҡортостан Президенты эргәһендәге Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү  академияһын булдырыуға күп көс индереүсе шәхес булараҡ белә. Ул уҡыу йортоноң тәүге ректоры ла була. Шулай ҙа 35 йыл ғүмерен ул Башҡорт дәүләт университетына бағышлай. Уның уҡыусылары араһында  20-нән ашыу фән кандидаты иҫәпләнә.
Шәхестең ғилми эшмәкәрлеге Башҡортостан фәндәр академияһы менән бәйле. 90-сы йылдарҙағы һынылыш осоронда ул төбәк иҡтисады үҫешен яйға һалыу буйынса Хөкүмәт программаһын  булдырыуға күп көс индерә. Башҡортостанда иҡтисадсылар мәктәбен булдыра.
Тиҫтәләгән ғилми хеҙмәт, фәнни ҡаҙаныштар, төбәктең иҡтисади үҫешен билдәләгән асыштар. Оло йәшенә ҡарамай Әнәс Хөсәйен улы бөгөн да эҙләнеүҙәр өҫтөндә. Һуңғы хеҙмәттәренең береһе быйыл Рәсәйҙә уҙасаҡ ШОС һәм БРИКС саммитарына бағышланған. Китабында ул күләмле йыйылыштарҙа күтәреләсәк проблемалар һәм уларҙы хәл итеү юлдары тураһында һөйләй.
Ҡаҙаныштары өсөн Әнәс Мәхмүтов «Башҡорт АССР-ның, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре» тигән маҡтаулы исемдәргә лайыҡ була.  Тырышлығы һәм һәләте ябай ауыл малайын фән үрҙәренә мендереп,  йәмғиәттә алыштырғыһыҙ шәхес кимәленә күтәргән.
Лилиә Тунасова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку