Берлинды ла алдыҡ беҙ!

Берлинды ла алдыҡ беҙ! 29.06.2015

Германияның баш ҡалаһында  башҡорт аш-һыуын тәҡдим иткән «Пышка» кулинария селтәре асылды. Хәҙер халҡыбыҙҙың милли ризыҡтарынан немецтар ҙа ауыҙ итә ала. Халыҡ-ара баҙарға сыҡҡан бренд - йәғни, башҡорт ризыҡтарын Европа халҡы нисек ҡабул иткән?

Ғөбәҙиә, бауырһаҡ, тиҫтәләп төр бәлештәр. Башҡорт милли ризыҡтарының ниндәйе генә юҡ! Бынан тыш, башҡорт балынан да ауыҙ итергә мөмкин. Милли ризыҡтар ҙа бит Рәсимә Мусинаның етди күҙәтеүе аҫтында әҙерләнә. Ул аш-һыу бүлмәһендә бер генә деталде лә күҙ уңынан ысҡырдырмаҫҡа тырыша.
Рәсимә Мусина, «Пышка» сауҙа билдәһе хужабикәһе: «Беҙҙең ризыҡтар  тәбиғи ризыҡтарҙан әҙерләнеү менән алдыра. Берлинда туҡмастың ғына ете тиҫтәләп төрө тәҡдим ителә. Уларҙың һәр береһен тиерлек үҙем бешереп, тәмләп ҡараным. Үҙемсә һығымта ла яһаным: беҙҙең туҡмасҡа етмәй. Ысынында  бит беҙҙең продукцияла йомортҡа һәм он ғына, бер ниндәй ҙә ҡатнашмалар, буяуҙар юҡ».
Берлин ҡалаһы үҙәгендә башҡорт мөйөшөнөң барлыҡҡа килеүенә Рәсимә Мусинаның ҡыҙы Зилә Шульце булышлыҡ итә. Яҡташыбыҙ Германияла егерме йылдан ашыу йәшәй. Европала тәүге «Пышка»ны  ғаиләбеҙ тырышлығы ярҙамында асылды, ти ул.
Зилә Шульце, «Пышка» сауҙа билдәһе хужабикәһе: «Был минең күптәнге хыялым. Берлинда үҙ маркабыҙҙы булдырыу теләге күңелемә ғүмере буйы тынғы бирмәне. Беренсенән, әлбиттә, тейешле урын эҙләү ваҡытты алды. Ниндәй генә ҡаршылыҡтар булыуға ҡарамаҫтан беҙ үҙ маҡсатыбыҙға ирештек».
Берлинда «Пышка» асыу тантанаһына дуҫтары, яҡындары һәм Башҡортостандан яҡташтары йыйылды. Билдәле йырсы Зөлфирә Фәрхетдинованың ҡыҙы Далида Вәлиева ун дүрт йәшенән Германияла йәшәй. Тыуған яҡтан әллә нисәмә саҡрым юлдар айырһа ла, туған телдә аралашыуҙы, халыҡ йырҙарын онотмай.
Халҡыбыҙҙың милли аш-һыуҙарынан һығылып торған, хатта сынаяҡ ҡуйырлыҡ та урын булмаған табын беҙҙең өсөн ғәҙәти күренеш. Ә немецтар башҡорттоң ҡунаҡсыллығынан хайран ҡалып, телһеҙ ҡалды. Уларҙың ғәжәпләнеүен беҙҙең телеканалға биргән интервьюнан тәржемәһеҙ ҙә аңлап була.
Ҡунаҡтар ят ризыҡтан ауыҙ итһә, ә аш-һыу бүлмәһендә эш бер минутҡа ла тынмай. Әйткәндәй, Берлиндағы «Пышка»ға ашнаҡсылар махсус әҙерлек буйынса эшкә урынлашҡан. Ҡамырға милли биҙәктәрҙе һалыу уларға  еңелдән бирелмәй. Берлинда беҙҙең ерлектәге селтәрҙе асыу еңел тойолһа,  ысынында иһә Рәсәй эшҡыуарҙарына күптәр шат түгел. Урындағы муниципаль идаралыҡ ҡалала урыҫтарҙың ресторан асыуын белгәс йорттоң тулы фасадын төҙөкләндереүҙе талап итә.
Берлиндың Бермантштрансен урамы тотош донъя аш-һыуҙарын бергә туплаған урын. Ғәрәп, төрөк, италия кухнялары. Конкурентлыҡ  бар, тигән һүҙ. Шуға ҡарамаҫтан, «Пышка»ның асылыуының икенсе көнөндә лә халыҡ өҙөлмәне. Әле лә башҡорт селтәре етәкселеге Париж һәм Нью-Йорк ҡалаларына саҡырыу алған. Ҡыҫҡаһы, сит илдә башҡорт кухняһы асылыуы Америка Ҡушма Штаттары менән Европа союзы илдәренең санкцияларына, Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына ҡарата Рәсәйҙең ҡәтғи яуабы булып та тора.
Азат Ғәлиуллин

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку