Беренсе июлдән эскән килеш руль артына ултырыусылар өсөн яза ҡәтғиләшә

Беренсе июлдән эскән килеш руль артына ултырыусылар өсөн яза ҡәтғиләшә 29.06.2015

Икенсе тапҡыр тотолған водитель 300 мең һум штраф түләй йә ике йылға рәшәткә артына эләгәсәк.

Бындай ҡаты сараларға иҫерек водителдәрҙең бер нәмәнән ҡурҡмай юлға сығыуы сәбәпсе. Миҫал өсөн йыл башынан республикала эскән автоһәүәҫкәрҙәр ҡатнашлығында 103 авария теркәлгән. Уҙған аҙнала республикала ойошторолған күләмле рейд барышында ғына  439 эскән водитель ҡулға алынған.
Иҫерек  водитель ҡатнашлығында һуңғы авария үткән аҙнала Өфөлә теркәлде. Эскән джип хужаһы 31 йәшлек ҡатындың ғүмерен өҙҙө.  Әле ҡот осҡос фажиғәлә тере ҡалған 8 йәшлек Полина реанимация бүлегендә дауалана. Интернет селтәрҙәрендә ҡыҙ хәтерен юғалтҡан тигән хәбәр таралды, әммә табиптар имеш-мимеште ысынбарлыҡҡа тап килмәй тип белдерҙе.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку