Бер стакан ҡәһүә ҡайнатыуға 140, ә бер кило ҡағыҙ етештереүгә 700 литр һыу кәрәк

Бер стакан ҡәһүә ҡайнатыуға 140, ә бер кило ҡағыҙ етештереүгә 700 литр һыу кәрәк 22.04.2015

Бөгөн Рәсәй мәктәптәрендә «Һыу һаҡсылары» тип аталған экологик проект старт алды. Уның сиктәрендә белем биреү учреждениеларында йәшәү сығанағы  булған һыу темаһына  дәрестәр уҙғарыла.

Мәктәптәр махсус сайтта теркәлгәс, дәрес уҙғарыу буйынса ентекле методик материал һәм видеояҙма ала. Үҙенсәлекле һәм ҡыҙыҡлы сара уҡыусыларҙа тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләй. Ошондай дәрес бөгөн Өфөнөң 28-се коррекция мәктәп-интернатында ла уҙҙы. Өлкән синыф уҡыусылары һыу тураһында видеояҙма ҡараны, Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры урынбаҫары менән аралашты.  Бөтә донъя ер көнөнә арналған дәрестәр 26 апрелгә тиклем дауам итә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку