Бер кем дә язаһыҙ ҡалмаясаҡ

Бер кем дә язаһыҙ ҡалмаясаҡ 16.06.2015

Башҡортостан буйынса Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы идаралығы водителдәргә штрафтарҙы ваҡытында түләргә кәрәклеге тураһында иҫкәртә. Кире осраҡта күңелһеҙ хәлгә тарырға мөмкин.

Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоу Рәсәйҙең «Административ хоҡуҡ боҙоуҙар кодексы»на ҡарай. Штрафтарҙы түләүгә 70 көн ваҡыт бирелә. Кире осраҡта 15 көнгә ҡулға алыныу, 50 сәғәткә тиклем холоҡ төҙәтеү эштәренә йәлеп ителеү йә ике тапҡырға күберәк суммала штраф янай. Инспекторҙар штрафтарҙы түләмәүсе водителдәрҙе асыҡлау өсөн даими рейдтар ойоштора. Тотолғандарға протокол төҙөлә, тикшереү башлана.
Никита Дергунов, Өфө ҡалаһының юл-патруль хеҙмәте полкы бүлек етәксеһе:  «Бөгөн беҙ 14 түләнмәгән штрафы булған гражданинды тоттоҡ. Уларҙың дөйөм суммаһы 11 мең һумдан ашыу. Протокол яҙғас, уны судҡа алып барабыҙ».
Статистикаға ярашлы, түләнмәгән штрафҡа бәйле осраҡтарҙың 80 проценты судҡа барып етә. Ике меңдән ашыу кешегә өҫтәмә штраф һалынған, тағы 38 хоҡуҡ боҙоусы мотлаҡ эштәргә йәлеп ителгән.
Айҙар Кахтиранов, Өфө ҡалаһының юл-патруль хеҙмәте полкының бүлек етәксеһе урынбаҫары:  «Йыл башынан республикала ваҡытында штраф түләмәүҙең 16 меңдән ашыу осрағы асыҡланды. Уларҙың 4 меңе Өфөлә теркәлгән».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку