Бер-ике районды иҫәпкә алмағанда, республика ҡышҡы миҙгелдәрҙә ғәҙәттән тыш хәлдәргә әҙер 29.10.2015

Был райондар ҙа бер нисә көн эсендә әҙерлек һыҙығына баҫасаҡ. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығы етәксеһе урынбаҫары  Марат Латипов был турала комиссия ултырышында белдерҙе.

Ултырышта коммуналь хужалыҡтың, социаль объекттарҙың ҡышҡы осорға әҙерлеге, янғын хәүефһеҙлеге һәм ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә ведомстволарҙың берҙәм эш итә алыуы тикшерелде. Комиссия рәйесе Марат Мәһәҙиев әйтеүенсә, ғәҙәттән тыш хәлдәр ҡышҡы миҙгелдәрҙә йылы ваҡытҡа ҡарағанда йышыраҡ теркәлә. Әҙербеҙ тип тынысланырға ярамай, тине Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары. Көҙгө-ҡышҡы янғын хәүефһеҙлеге осоро башланғандан алып  ҡына республикала 181 урында ут сыҡҡан. Республиканың баш ҡотҡарыусыһы урынбаҫары  әйтеүенсә, райондарҙа профилактика эшенең һүлпән алып барылыуы ла күңелһеҙ статистиканы арттыра ғына.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика