Белорет районының Бирҙеғол ауылында Ватан һаҡсыларының исеме мәнгеләштерелде

Белорет районының Бирҙеғол ауылында Ватан һаҡсыларының исеме мәнгеләштерелде 19.05.2015

Төбәктә Бѳйѳк Ватан һуғышы ветерандары һәм локаль бәрелештәрҙә ҡатнашыусыларға стела асылды. Бирҙеғолдан һуғышҡа 54 ир-егет китһә, уларҙың 30-ы яу яландарында ятып ҡала.

Ҙур булмаған ҡатай ауылы Бирҙеғол илебеҙгә бик күп талантлы, билдәле, үҙ ерен, халҡын һѳйгән шәхестәр тәрбиәләп үҫтергән. Уларҙың һәр береһе Бѳйѳк Ватан һуғышында ҡатнашҡан һалдаттың балаһы йә ейән-ейәнсәре, йәғни, ырыуының дауамы булып тора. Тимәк, ата-бабаларыбыҙҙың ҡаны юҡҡа түгелмәгән, халҡыбыҙҙың киләсәге булған лайыҡлы ул һәм ҡыҙҙар үҫтереү хаҡына булған. Ә инде ауыл уртаһында урынлашҡан стела Ватан һаҡсыларына, ата-бабаларға рәхмәт һәм хѳрмәтле мөнәсәбәттең бер сағылышы. Стела урынлашҡан урынды тулы ышаныс менән ауылдың мәҙәни паркы тип әйтергә мөмкин.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика