Белорет районында оҙаҡламай яңы полигон асыласаҡ

Белорет районында оҙаҡламай яңы полигон асыласаҡ 16.02.2016

Әле сүп-сарҙы эшкәртеү ҡоролмаларын урынлаштырыу  тамамланыу өҫтөндә. 25 йылға иҫәпләнгән полигон көнөнә тиҫтәләгән тонна  сүп-сар ҡабул итә ала.

Бульдозер полигондағы сүп-сарҙы бер урынға йыйып баҫа. Һөҙөмтәлә майҙанда яңы ҡалдыҡтар өсөн урын бушап тора.  Полигон сафҡа ингәс, был сүп-сар махсус ҡатлам менән ябыласаҡ. Бер-нисә йылдан ул серемтәгә әйләнә. Иң мөһиме - тирә яҡҡа зыян килтереүсе шыйыҡсалар ҙа тупраҡҡа  үтмәйәсәк.
Ирина Янкина, Башҡортостандың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының Белорет территориаль комитеты рәйесе: «Ҡалдыҡтар менән эш итеү ҡануниәтенең төп принцибы  - уларҙы эшкәртеп кәметеү. Ошондай комплексар күмеләсәк сүп-сарҙың күләмен кәметеүгә, полигондарҙың эксплуатация осорон арттырыуға йүнәлтелгән. Ҡануниәттә шулай уҡ полигондарҙы лицензиялау өлкәһендә лә үҙгәрештәр бар. Хәҙер ҡалдыҡтарҙы утилгә ебәреүсе ойошманың башҡарған һәр эшкә айырым  лицензияһы булырға тейеш».
Артабан полигонда эшкәртелгән сүп-сар тейешле сеймал алыу өсөн ошо цехҡа ебәрелә. Тиҙҙән сафҡа инәсәк цех  20 кешене  эш урыны менән тәьмин итәсәк. Уларҙың бурысы - эшкәртеүгә яраҡлы сүп-сарҙы һайлап, махсус блоктарға тултырыу.
Дмитрий Ильясов, ойошма директоры: «Пластик, быяла ҡалдыҡтарын эшкәртәсәкбеҙ. Уларға ихтыяж ҙур. Ошо ысул менән полигон оҙаҡ ваҡыт хеҙмәт итәсәк әле. Проект экологик яҡтан да отошло - ул тирә-яҡ мөхиткә бер ниндәй ҙә зыян килтермәй».
Полигонда сүп-сарҙы йыйыу өсөн дүрт соҡор булдырылған. Уларға 400 мең кубометр ҡалдыҡ һыя. 25 йылға иҫәпләнгән проект ярҙамында Белорет районы ғына түгел, күрше райондар ҙа сүп-сарҙан таҙартыласаҡ.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку