Беҙҙең йәмғиәттә социаль хеҙмәткәр изге бурыс үтәй

Беҙҙең йәмғиәттә социаль хеҙмәткәр изге бурыс үтәй 14.05.2015

Ярҙамға мохтаж, һаулығы ҡаҡшаған кешеләр менән эш итеүселәр уларҙың уңайлыҡтары өсөн яуаплылыҡ тоя. Шундай изге күңелле, ярҙамсыл социаль хеҙмәткәрҙәрҙең береһе Ғафури районының Красноусол ҡасабаһында йәшәй.  

Социаль хеҙмәттә Гөлфиә Зәйнешева ун йылдан ашыу. Уның яуаплылығында 11 кеше. Ит баҙарында ла был мөләйем ханымды әллә ҡайҙан танып, әйҙүкләп ҡаршылайҙар. Гөлфиә Кәшәфетдин ҡыҙының тәүге һөнәре һатыусы. Кәштә артында торған хеҙмәткәрҙәрҙең булмышы уға яҡшы таныш. Үҙгәртеп ҡороуҙар башланғансы ул да Красноусол ҡасабаһында алдынғы алдынғылар рәтендә була. Был хаҡта уның егерменән ашыу Маҡтау ҡағыҙҙары һөйләй. Гөлфиә Кәшәфетдин ҡыҙының эшһөйәрлеге «Хеҙмәтендәге  ҡаһарманлыҡ  өсөн» миҙалы менән баһаланған. Тормошҡа сығып, бер-бер артлы ике балаһы тыуғас, ул яратҡан һөнәрен ҡалдырырға ҡарар итә.
Бөгөн Гөлфиә Зәйнешева районда  өлгөр, уңған социаль хеҙмәткәрҙәрҙән һанала. «Беҙҙең өлкәлә осраҡлы кешеләр эшләргә тейеш түгел», тигән фекерҙә ул. Гөлфиә Зәйнешева өсөн социаль хеҙмәткәр профессия ғына түгел , ә күңел торошо ла. Өлкәндәр һәм ҡараусыһыҙ ҡалған кешеләр менән эш иткәндә сабыр, хәстәрлекле, иғтибарлы булыу иң күркәм сифаттарҙан һанала. Бөйөк Ватан һуғышы ветераны ғаиләһенең бөтә проблемалары ла яҡын уға.
Социаль хеҙмәткәр үҙенә тәүгеләрҙән булып әҙәм балаһын борсоған проблемаларҙы ала. Рәхмәтле профессия буйынса эшләүсе ханым  Гөлфиә Зәйнешева күңел йомартлығын, изгелеген ғаилә ағзаларына ла, ярҙамға мохтаж кешеләргә лә йәлләмәй өләшә. Уның ун йылдан ашыу социаль өлкәләге тырышлығы Рәхмәт хаты менән баһаланған.
Гөлфиә Кәшәфетдин ҡыҙы һәр иртә һайын ошо таныш һуҡмаҡтан кешеләр янына ашыға.  Бөгөн Гөлфиә Зәйнешева кеүек фиҙаҡәрлеген башҡаларға ҡорбан итә алыусылар ғына социаль өлкәгә тоғролоҡ һаҡлай ала.
Гүзәл Борханова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку